Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Май 2019, 12:07

Хәйерле юл, һиңә Илшат!

Шофер – донъялағы иң күп кеше мәшғүл бул-ған һөнәрҙәрҙең береһе. Улар эшләмәгән бер генә тармаҡ та юҡ. Хатта ҙур популярлыҡ яулаған йыр-ҙар ҙа барлыҡҡа килгән шофер һөнәренә бағышлап. Иҫке Мишәр ауылынан хеҙмәт ветераны Сәкинә апай Хакова ошо һөнәр эйәләренең береһе тураһында яҙып ебәргән.


Шофер – ул психолог, кеше яратыусы, романтик. Тап ана шундай сифаттарға эйә беҙҙең автобус шоферы Илшат Мансур улы Ғилметдинов.

Ул алдынғы һауынсы Фәриҙә апай менән Мансур ағай Ғилметдиновтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Армияла хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң, 1988 йылдың апрелендә Дәүләкәндә автобус шоферына уҡырға инә. Уҡып ҡайтҡас, 1990 йылда “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозында автобус шоферы булып эшкә урынлаша. Ошо ваҡыттан башлап ул – шофер. Хәҙер үткәндәрҙә – меңдәрсә километрҙар, күп шымарған тәгәрмәстәр.

2016 йылда Илшат Мансур улы үҙенә автобус һатып алып, Иҫке Мишәр – Оло Ыҡтамаҡ маршруты буйынса халыҡты йөрөтә башлай. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте: һөнәри бурыстарын бик теүәл үтәй, бик кешелекле, кеселекле, пассажирҙар араһында абруй һәм ихтирам менән файҙалана.

Автобус һәр ваҡыт тәртиптә, таҙа, “Юлдаш” радиоһы һөйләп тора.

1995 йылда ғаилә ҡорҙо Илшат Мансур улы. Ҡатыны Альбина менән 2 ҡыҙ, 1 ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары медицина юлын һайлаған, кесе ҡыҙҙары Өфөлә институтта уҡый. Улдары Дыуан колледжында белем ала. Ҡатыны Альбина ла бик уңған һәм әүҙем: йәшелсә-емеш, сәскәләр үҫтерә. Ғилметдиновтарҙың хужалыҡтары ла ҙур – мал ҡарайҙар. Ҡыҫҡаһы, донъялары етеш.

Илшат Мансур улы кеүек тәртипле, итәғәтле кешеләр күберәк булһын ине. Уңыштар һиңә һәм хәйерле юлдар, Илшат!”