Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Апрель 2019, 17:06

Мәңге йәшәһен ҡояшлы Башҡортостаныбыҙ!

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ данлы юбилейын халҡыбыҙ оло байрам итеп билдәләй. Шулай булырлыҡ та, сөнки Башҡортостан үҙ аллылыҡты Рәсәй империяһында иң тәүгеләрҙән булып, күп ҡан ҡойоп, аяуһыҙ көрәш аша яулап алды. Күпме ул-ҡыҙҙарыбыҙ шул юлда ҡорбан булды.

Йонос ауыл биләмәһендә лә был сара гөрләп, ҙур рухи күтәренкелек менән уҙҙы. Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтарҙы оҫта ҡулдар тыу-ҙырған матур күргәҙмә ҡаршы алды.

Кисәне биләмә башлығы Рәүф Ниғмәтуллин ҡотлау һүҙҙәре менән башланы. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме” район проекты сиктәрендә туғыҙ ауылдашын – социалистик ярыш еңеүселәре, данлыҡлы “Салауат Юлаев” колхозының алдын-ғы малсы, һауынсы, игенсе-механизаторҙары: Октябрят Кинйәбаев, Мәсҡүҙә Мофазалова, Фәниә Закирова, Камил Лотфуллин, Рәмил Даянов, Данил Абдулхаковтарҙы; БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Зәлифә Ғәлимова, СССР-ҙың мәғариф алдын-ғыһы Иҙелман Ҡазыев, ауылдаштарының таянысы эшҡыуар Рәсүл Әбүбәкеровтарҙы ҡотлап, дипломдар һәм сәскәләр тапшырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы тырыш хеҙмәте, күркәм ғаиләләре менән абруй яулаған.

Хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн концерт номерҙары, экранда тарихи хәлдәр, колхоз тормошо, намыҫлы эшсәндәрҙең йөҙҙәре күрһәтелде.

Зилиә Бәхтиеваның “Хал-ҡыма” йыры ағылғанда, милли кейемдәр парады үҙе бер матур тамаша булды. Бай йөкмәткеле концерт программаһы Башҡортостан тарихына байҡау яһаны.

Айып, Йонос, Тайыш, Әбдрәхим ауылдарының “Ағинәйҙәр” ҡорҙары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыу-сылар, мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре әҙерләгән концерт юғары кимәлдә үтте. “Һыу юлы” (Ләлә Абдулхакова), “Ете ҡыҙ” (Айып ауылы ҡыҙҙары), “Байыҡ” (Азамат Мос-тафин һәм Айнур Абдулхаков), “Бишбармаҡ”, “Килендәр” бейеүҙәре, Фирүзә Мөхөбуллина һәм Зөлфиә Ғәйфуллина, Гөлфайза Дусмөхәмәтова һәм Зира Хамматова дуэттары, Рәмилә Вәхитова, “Әхирәттәр” вокаль ансамбле башҡарыуындағы йырҙар, Зәлифә Ғәлимованың нәфис һүҙе кисәне бик ныҡ байытты.

Мәшһүр һүҙ оҫтаһы Фәғилә Мөхәмәтғәлина 100 йыл дауамында булған фажиғәле ваҡиғаларҙы, уңыш-ҡаҙаныштарҙы концерт номер-ҙарына бәйләп тамашасыларға еткерҙе. Гүзәл Баш-ҡортостаныбыҙ, ҡунаҡсыл, эшсән халҡыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо һәм республикабыҙҙың киләсәгенә битараф булмау кисәнең ҡыҙыл ебе булып үтте.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.