Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Апрель 2019, 12:04

“Лучики” ансамбле – фестиваль лауреаты

Апрель башында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттар йондоҙлоғо” төбәк-ара балалар бейеүҙәре фестивале үтте.

Был конкурстың бурыстары – балалар хореографияһын һаҡлау һәм үҫтереү, балалар хореография коллективтарының һәм яңғыҙ баш-ҡарыусыларҙың башҡарыу кимәлен һәм сәхнәлә сығыш яһау оҫталығын арттырыу, милли башҡорт мәҙәниәте традицияларын һаҡлау.

Фестивалдә “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Альбина Закирова етәкселегендәге “Лучики” ансамбле “Бишбармаҡ” бейеүен тәҡдим итте. Бейеү композицияларҙың оригиналлеге һәм баш-ҡарыу оҫталығы менән тамашасы-ларҙы әсир итте.

Мәҙинә Ғибәҙуллина, Абигаль Закирова, Лиана Минһажева, Алина Нуртдинова, Диана Сәлихова, Алина Ғилманова, Настя Микушина, Зөлфиә Дадебаева, Яна Сухневанан торған бейеү коллективы “Халыҡ бейеүе” номинацияһында II дәрәжә лауреат исемен яуланылар. Ҡатнашыусыларҙың әле балалар баҡса-һына ғына йөрөүҙәрен иҫәпкә ал-ғанда, был ҙур баһа булып тора. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр төрлө райондарҙан төрлө йәштәге хореография ансамблдәре менән бер рәттән сығыш яһаны.

Беҙ һәләтле ҡыҙҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Артабан да һөйөндөрөп тороғоҙ!