Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Апрель 2019, 17:04

Фәнгә тәүге ышаныслы аҙымдар

БР уҡыусыларының Бәләкәй фәндәр академияһы йыл һайын йәш тикшеренеүселәр конкурсы ойоштора. Быйыл фәнни-тикшеренеү эштәренең республика конкурсы Салауат ҡалаһында уҙҙы. Мәсетле районынан Бәләкәй фәндәр академияһы конкурсының туранан-тура ҡатнашыу турына үткән дүрт тикшеренеү эше алынды.

Конференцияла тәҡдим ителгән эштәрҙең барыһы ла юғары кимәлдә башҡарылған. Уларҙы баһалап, жюри тикшереү эшенең актуаллеген, яңылығын, фәннилеген, биҙәлешен иҫәпкә алды. Ҡатнашыусыларға жюри ағзаларының ғына түгел, ҡыҙыҡһынған тамашасыларҙың да һорауҙарына яуап бирергә тура килде. Был яуаптарҙың тулылығы эштәрҙе баһалағанда иҫәпкә алынды.

Һөҙөмтәлә Башҡорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Эмиль Баһаманов “Прорыв в науку” секция-һында физика буйынса II урын яуланы (етәксеһе – Данияр Ғәниев), Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Рөстәм Абдуллин “Свет познания” секция- һында химия буйынса III урын алды (Гөлнара Ғәлиева), Оло Ыҡтамаҡ лицейының 9-10 класс уҡыусылары Алишер Ноғманов, Максим Кирилов, Никита Жильцов “Прорыв в науку” секцияһында информатика һәм ИКТ буйынса “Иң яҡшы күҙәтеү эше”, “Иң яҡшы проект” номинацияларында дипломдар менән бүләкләнде (Светлана Сибәғәтова). Әжекәй мәктәбенән иң йәш тикшеренеүселәр Эльвина Ғибәҙуллинаға, Юлиә Хәбироваға, Әсхәт Шаһибитдиновҡа ҡатнашыусы сертификаттары тапшырылды.