Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Апрель 2019, 14:04

Абдулла мәктәбе уҡыусылары уңыштары

Мәсәғүттә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусыларының фәнни ҡаҙаныштары зональ ижад лабораторияһы уҙҙы.

Унда Абдулла мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты һәм призлы урындар алыуға иреште. 8-се класс уҡыусыһы Сарьян Шәрәфиев Һуҡаяҙ шишмәһен өйрәнеүгә арналған эше менән “Экология” номинацияһында III урын яуланы (етәксеһе – Заһит Мәғрүпов). 5-се класта белем алған Дарья Маликова “Бриллиантовый зеленый” темаһы менән “Химия” номинацияһында II урынға иреште (Миләүшә Фазлыева), 3-сө кластан Сулпан Мостафина “Обелиск булдырыу тарихы” темаһы менән “Тирә-яҡ мөхит” номинацияһында III урын яуланы (Миләүшә Фазлыева).