Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Апрель 2019, 18:05

Ауылдаштарға хөрмәт күрһәтелде

Район гәзите редакцияһына тыуған еребеҙҙәге күңелле ваҡиғалар тураһында яҙып ебәргән хаттар бик күп килә. Сираттағыһы – Ҡорғат ауылынан уҡытыусы-ветеран, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы Мәүлиҙә Шәрәфетдинованан.

“Ҡорғат ауыл клубында йыш ҡына ҡыҙыҡлы, тәрән эстәлекле кисәләр булып тора. Был юлы кисә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ине. “Нурға төрөн, тыуған ерем”тигән девиз аҫтында үтте ул. Кисәне “Турғай” балалар коллективы “Башкортостан – Родина моя” йыры менән башлап ебәр-ҙе. Алып барыусылар Рида Йыһангирова һәм Ләйсән Ғиниәтуллина шундай матур тормошто барлыҡҡа килтергән, артабан үҫтергән, бының өсөн сәләмәтлеген, үҙ ғүмеренең иң матур йылдарын бағышлаған, һуғыш ҡырҙарында ғүмерҙәрен дә ҡыҙғанмаған ауылдаштар тураһында һөйләнеләр, Ҡор-ғат, Тимербай, Юлай ауылдары тарихын иҫкә төшөрҙөләр.

“Умырзая” фольклор коллективы һуғыш башланған көндө сәхнәләштерҙе. Ҡорғат ауылынан 165 кеше Бөйөк Ватан һуғышына китә, 69 ауылдашыбыҙ яу ҡырында ятып ҡала. Бөгөн ветерандарыбыҙҙың береһе лә иҫән түгел, уларҙы иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Яугирҙар иҫтәлегенә арналған “Торналар” йырын Мөршиҙә Мәүликаева, Альбина Ғәлимова “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын” йырын башҡарҙылар, Фәриҙә Ғәлим-йәнова “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын һөйләне.

Һуғыштан һуңғы йылдар күренешен “Йәйғор” балалар бейеү коллективы “Төҙөлөш” тигән сәхнәләштерелгән бейеү аша күрһәтте. Ауыл алдынғыларына дипломдар тапшырылды. Марс Хәмиҙуллин, Фәрит Хәсбиуллин, Фәнил Ғәлим- йәнов, Мәймүнә Фәттәхова, Минниян Сөнәғәтов, Йәмилә Фәтихова, Рафаэль Тәхәүетдиновҡа район хакимиәтенең наградалары тапшырылды. Шулай уҡ тырышып, үҙ көстәрен биреп эшләгәндәргә ауыл биләмәһе хакимиәте грамоталары бирелде. Улар араһында Мәүлиҙә Шәрәфетдинова, Нәзифә Кашапова, Сәғит Саяров, Хәмдиә Нуруллина, Айһылыу Сәхәева, Рәйфә Ғиниәтуллина, Рәйсә Йоносова бар ине.

“Күгәрсен” вокаль коллективы “Беҙ ауыл кешеләре” йырын башҡарҙы.

Байрам тамамланғас ауыл халҡы, рәхмәтен белдереп, аяҡ өҫтө тороп алҡышланылар. Кисәгә килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Әхмәтшин ауыл халҡына уңыштар теләне.

Кисәлә булған ауылдаштар, элеккеләрҙән үрнәк алып, тағы ла матурыраҡ йәшәрҙәр, ауылыбыҙҙы үҫтереү өсөн көстәрен ҡыҙғанмаҫтар, тигән теләктә ҡалам”.

Хаттар бүлеге.