Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
11 Апрель 2019, 12:03

Ауылым ынйылары

Ләмәҙтамаҡ ауылында арҙаҡлы ауылдаштар менән үткән осрашыу хаҡында китапханасы Илгизә Лоҡманова яҙып ебәргән.



“Мәҙәниәт йортонда үткән “Ауылым ынйылары” тип атал-ған кисәгә Ләмәҙтамаҡтан Сәрүәр Дилмөхәмәтов, Ҡотоштан Әхмәтнур Хафизов, шулай уҡ оҙаҡ йылдар Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә балалар уҡытҡан Мәрйәм Ҡолмөхәмәтова саҡырылғайны. Баш-ҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Мәсетле районының 100 арҙаҡлы исеме” район проектына Ләмәҙтамаҡ менән Ҡотоштан ошо ауылдаштар тәҡдим ителде.

Ауыл клубы фойеһында ойошторолған күргәҙмә Мәр-йәм Муллабай ҡыҙының иҫ кит-мәле матур ҡул эштәрен һәм Әхмәтнур Әүбәкер улы килтергән татлы балды берләш- терҙе. Килгән тамашасылар барыһы ла балдан ауыҙ итте. Кисә барышында сара герой-ҙарына бағышланған слайдтар күрһәтелде. Ауылдаштар һәр шәхестең тормош юлы менән танышты. Уларҙың һәр ҡай-һыһы үҙенең ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлаған.

Сәрүәр Ислам улы “Атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен юҡҡа ғына йөрөтмәй. Ул 18 йыл ғүмерен Нуриманов исемендәге колхоз менән идара итеүгә бағышлаған. Етәксе эшләгән дәүерҙә колхоз һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килде.

Мәрйәм Муллабай ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған оло шәхес, тип әйт-һәк дөрөҫ булыр. Яҡшы хеҙмәттәре өсөн уға юғары награда – Салауат Юлаев ордены тапшырылған. Әлеге көндә Янғантауҙа йәшәй. Балаларына һәм ейәндәренә яратҡан әсәй һәм өләсәй ҙә ул.

Әхмәтнур Хафизов та – үҙенең хеҙмәте һәм тырышлығы менән ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанған оло шәхес. Туғыҙ йыл парторг, шунса уҡ ауыл Советы рәйесе булып эшләне. Бөгөн Ҡотош ауылы старостаһы. Ауыл мәсетен тергеҙеүҙә ҙур эштәр алып бар- ҙы, ауылдаштарын бергә йыйып, ҙур йыйындар үткәреүсе, ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйыусы һис кенә лә тик тормаған егәрле ир уҙаманы.

Кисә барышында күп ҡотлауҙар яңғыраны, килгән ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Улар ихлас күңелдән шатланып рәхмәттәрен еткерҙеләр, бүләктәрен өләштеләр. Концерт номерҙары тамашасыларға ҙур бүләк булды. Ә инде кисә һуңында үткәрелгән саралар-ҙа әүҙем ҡатнашып йөрөгән ауылдаштар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү ойошторолдо”.