Ошоноң менән бәйле Оло Аҡа мәктәбендә был мөһим ваҡиғаға арналған мәктәп конференцияһы булды. унда уҡыусылар республикабыҙҙың бөтә өлкәләрҙә үҫешеүе, тотош республика һәм Мәсетле районының үҫешенә һәм сәскә атыуына ҙур өлөш индергән күренекле кешеләр тураһында күп кенә яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр белде.
Тыңлаусылар иғтибарына уҡыусыларҙың түбәндәге темалар буйынса презентациялары тәҡдим ителде:
- мәғарифты үҫтереү, БР һәм Мәсетле районының танылған уҡытыусылары (5-се класс, етәксе Р. Сабирова);
- БР-ҙа спортты үҫтереү, Мәсетле районынан данлыҡлы спортсылар (6-сы класс, Ф. Хәнипова);
- республиканы һәм районды данлаған, бөтә донъяла дан ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт- кәрҙәре, халыҡ артистары, рәссамдар (7-се класс, А. Дәүләтбаева);
- 100 йыл эсендә сәнәғәт үҫеше. БР-ҙың төп фабриклары һәм заводтары (8-се класс, А. Дилмөхәмәтова);
- БР-ҙа урта-махсус белемде үҫтереү (9-сы класс, Л. Ғәйнанова);
- медицина ҡаҙаныштары, республика Хөкүмәте һәм райондың юғары наградаларына эйә булған табиптар (10-сы класс, Н. Дядина);
- юғары белемдең формалашыуы, БР-ҙың төп вуздары (11-се класс, А. Нурыева).
Һәр тема бик тә аңлайышлы ине һәм мөмкин тиклем ныҡ яҡтыртылды.