Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
3 Апрель 2019, 12:07

Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Үҙ хеҙмәттәре менән ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған кешеләр маҡтауға лайыҡ.

Тыуған яҡтың именлеге, сәскә атыуы хаҡына йәшәлгән йылдар улар-ҙың үҙҙәренең дә күңелдәрен яҡтырта. Нәҡ шундай кешеләрҙең береһе хаҡында бәйән итә Әбдрәхим ауылы клубы мөдире Сәриә Таһирова:

“Бөгөн хөрмәтле ауылдашым – ғүмерен халыҡ өсөн биреп, төрлө ойошмаларҙа етәкселек иткән Дамир Дәүләт улы Ғәҙелшин хаҡында һүҙем. Дамир ағай тураһында уҡып, бик күптәр: "Булды шул ундай ваҡыттар, эшләргә эше, ашарға ашы, күңел асырға ваҡытыбыҙ булды!" – тип әйтерҙәр.

1949 йылдың 1 мартында Әбдрәхим ауылында Дәүләт Мәүлитбай улы менән Сафия Шафиҡ ҡыҙы ғаиләһендә Дамир исемле малай донъяға килә. Шуҡ бала сағы урам ҡыҙырып уйнап, Әй йылғаһында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап үтеп тә китә. 1-се класҡа Әбдрәхим мәктәбенә бара, артабан Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә белем ала. Унан һуң тырыш егет Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Шул тиклем уҡырға теләге көслө була уның, хатта йәйәү йөрөп уҡый. “Ауылға ла ҡайтҡы килә, ҡайтып, тағы йәйәү китәм, һуңларға, дәрес ҡалдырырға ярамай”, – ти ул.

Армияла хеҙмәт итә. Ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона ул. Ҡырмыҫҡалы районында өлкән агроном, “Әй” совхозында управляющий, директор, Салауат Юлаев исемендәге колхозда рәйес (ул замандарҙа етәкселәрҙе урындан-урынға күсереп йөрөттөләр), Йонос ауыл биләмәһендә башлыҡ була. 2008 йылда "Ағиҙел" художество кәсебе предприятиеһынан директор вазифаһынан хаҡлы ялға сыға.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә кешеләргә ҡарата кешелекле булды. Эшен еренә еткереп башҡарҙы һәм башҡаларҙан да ошоно талап итте. Ул ваҡытта ауыл эшсәндәре колхоздан итен, аҡсаһын да алдан яҙҙырып ала инеләр. “Ошолай йомоштары менән килгән кешеләргә үтенестәрен һәр ваҡыт ыңғай хәл итергә тырыштым”, – тип иҫләй ул. Ул ваҡытта эш күп, кеше етмәгән саҡ. Шуға күрә кеше менән эшләй белергә кәрәк. Шулай халыҡ менән берҙәм булып, бергә эшләп, бөгөн дә тырышып, гөрләтеп донъя көтә. Тырыш хеҙмәте өсөн бик күп почет грамоталары бар.

Ғаиләһе лә күркәм маҡтаулы ир уҙамандың. Яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. “Эләгәме, юҡмы – уныһы мөһим түгел. Йылға буйына барып, рәхәтләнеп тәбиғәттә ултырып ҡайтыу мөһимерәк миңә”, – ти ул. Быйыл үткәрелгән балыҡсылар байрамында ла иң оло балыҡсы Дамир Дәүләт улы булды. Хеҙмәттә үткән ғүмеренең бөгөнгө көндә хөрмәтен күреп, таҙалыҡта, шатлыҡта ғына шулай ғүмер итергә яҙһын уға”.