Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
29 Март 2019, 18:09

80 йәштә лә руль артында

80-се йылдарҙа беҙҙең район ауыл хужалығы буйынса республикала ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһында алдынғылар рәтендә булды.


Римма Шакирова ире Мирәүил Даян улы менән.


Ошоноң менән бәйле партияның өлкә комитеты районыбыҙҙың производство алдынғыларын дәртләндереү өсөн тиҫтәнән ашыу “Мос-квич” маркалы еңел автомобиль бүлде. “Коммунист” колхозының Ишәле һәм Тәкә фермалары районда иң яҡшылары булды. Район Советы башҡарма комитеты рәйесе Нәҡи Әмиров 1984 йылдың февралендә Тәкә һөтсөлөк фермаһы мөдире Римма Шакированы саҡыртып ала ла, партия райкомы һәм район Советы башҡарма комитетының намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Москвич-люкс” автомобилдәренең береһен бүлергә ҡарар итеүен еткерә.

Йыл буйына ул ПУД-ты (урам хәрәкәте ҡағиҙәләре – юл хәрәкәте ҡағиҙәләре элек шулай аталған) өйрәнә, ә 1985 йылдың майында водитель таныҡлығы ала. Бына шулай уның руль әйләндереүенә 34 йыл үтте.

Барлыҡ һуғыш балалары кеүек, Римма Ғәбделйән ҡыҙының да тормош юлы еңелдәрҙән түгел. Уның атаһы, взвод командиры, һуғышта һәләк була. Ул үҙенең алты йәштән мәктәп уҡыу-сылары менән арыш утарға йөрөүен һәм шуның өсөн эш көнө һуңында бер ҡалаҡ он алыуын иҫенә төшөргәндә күҙҙәренә йәштәр эркелә.

– Өйҙә шыйыҡ бутҡа бешереп, бөтә ғаилә менән ашаған ваҡыттарҙа ниндәй шатлыҡ була торғайны! – ти ул.

1946 – 54 йылдарҙа Теләш урта мәктәбендә уҡый. Бик әүҙем була, “Юннаты” һәм “Фотограф” түңәрәктәренә йөрөй. Тимер ат менән идара итеү тураһында мәктәп эскәмйәһендә үк хыяллана. Яраҫтау училищеһына экскурсияға барған ваҡытта ул мастерҙан трактор руле артына ултырырға рөхсәт һорай.

Римма Ғәбделйән ҡыҙы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Әсәһенә ике бәләкәй туғанын үҫтерергә ярҙам итер өсөн үҫмер генә килеш Свердловск өлкәһенең Әртә ҡасабаһына торф эштәренә сығып китә. Ә ҡыштан яҙға хәтле уға урман киҫеүҙә эшләргә тура килә.

1958 йылда Һалҡын шишмә ауылында йәшәүсе Мәләкәҫ егете Мирәүил Даян улына кейәүгә сыға. Бында уның етәкселегендә иген әҙерләү пунктының ташландыҡ бинаһында башланғыс мәктәп асыла. РОНО мөдире Хәмзәт Хәйерзаманов уны маҡтай һәм хуплай: мәктәп асылыуына ирешеп, уны кәрәкле йыһаздар менән тәьмин итә.

Кейәүгә сыҡҡандан һуң фермала эшләй: башта – яһалма ҡасырыуҙа, һуңынан – лаборант булып. Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, техникум тамамлай. Дипломлы белгес, зирәк һәм эшһөйәр Римма Ғәбделйән ҡыҙына Тәкә һөтсөлөк фермаһын етәкләргә тәҡдим итәләр.

Ваҡыт үтеү менән эшен алмаштырырға тура килә, 14 йыл “Госстрах”та эшләне. Ул партия конференцияларында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша ине. Оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе булды.

Ире менән 60 йыл бергә ғүмер иттеләр. Бер ул һәм өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Үкенескә күрә, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мирәүил Даян улы бер йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, был һоҡланғыс ҡатын бөгөн дә автомобиль йөрөтә. Әле тағы бик күп йылдар шулай тирә-йүндәгеләргә мөләйем йылмайып, ғорур һын менән мәсетле юлдары буйлап ҡорос атында елдерергә яҙһын уға!

Тәлғәт СӨНӘҒӘТОВ,

тыуған яҡты өйрәнеүсе.