Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
20 Март 2019, 14:06

Кеше матур эше менән

Ауыл ерендәге тормош ус төбөндәге кеүек күренеп тора: иртәме-һуңмы, һәр бер ҡылыҡ тураһында барыһына ла мәғлүм була. Ауылдаштарҙың изге эштәре бигерәк тә күренмәйенсә ҡалмай. Ни генә тимәһендәр, яҡшы эштәре менән һоҡланыу тыуҙырған кешеләр ауылдарыбыҙҙа бик күп. Уларҙың береһе тураһында Әбдрәхим ауылынан Сәриә Таһирова яҙа:

“Лена Камалова Айып ауылында Ғәфүр һәм Ҡәфиәнең тәүге мөхәббәт емеше булып донъя-ға килә. 10-сы класты тамамлағандан һуң Әбдрәхим ауылының уңған егете Фәҡирйән Ғәүнетдиновҡа тормошҡа сыға.

Йәш ғаилә тырышып эшләп, үҙҙәренә айырым йорт һалып сыға, өс бала – Мансур, Илдар, Лидаға ғүмер бирәләр.

Лена Ғәфүр ҡыҙы эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә хеҙмәт итеп, 1966 йылда клуб мөдире булып эшкә инә. Тәүге көндәрҙән үк яңы вазифаға яуаплы ҡарай, ауылдаштарын мәҙәниәткә һәм ижадҡа ылыҡтырып, төрлө саралар уҙғара.

Яҙмыш елдәре уны 1970 йылда Тажикстанға алып сығып китә. Унда мамыҡ эшкәртеү заводына оператор булып эшкә урынлаша. “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәһе, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән наградлана, уның тураһында маҡтап гәзиткә яҙалар.

Сит ерҙәрҙә нисек кенә яҡшы булмаһын, тыуған яҡ үҙенә тарта. Бына ул да 1994 йылда Әбдрәхим ауылына ҡайтып, ҙур итеп йорт һалып инде. 57 йәшенә тиклем Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында санитарка булып эшләне.

Хәҙер ул яҡындары – балалары һәм ейәндәре хәстәренә һөйөнөп ғүмер кисерә. Ике ейәнен 1-се һәм 2-се кластан уҡ үҙе ҡарап үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙы. Хәҙерге көндә улар үҙҙәре йорттар һалып, гөрләтеп донъя көтә. Бөгөн ул – һигеҙ ейән-ейәнсәргә, биш бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй.

Лена Ғәфүр ҡыҙы – ҡул эше оҫтаһы. Уның өйөнә барып инһәң, сигелгән, ҡайылған, бәйләнгән әйберҙәр күҙҙең яуын алып тора. Байрамдарҙа ҡоролған тирмәләрҙе уның ҡул эштәре: таҫтамал, келәм, балаҫтары биҙәй.

Бынан тыш, ул “Тальян” фольклор төркөмөнөң әүҙем ҡатнашыусыһы, уның составында Өфө һәм Екатеринбург ҡалалары сәхнәләрендә бер нисә тапҡыр сығыш яһаны. Район, ауыл мәҙәни сараларында тирмәлә, сәхнәлә сығыш яһауҙарын хәҙер шатланып иҫкә ала.

Лена Камалова – һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән әсәй, өләсәй. Тормошобоҙҙа уның кеүек кешеләр күберәк булһын ине. Донъялар тыныс тороп, балаларыңдың ҡыуанысында йәшәргә лә йәшәргә яҙһын әле һиңә, Лена Ғәфүр ҡыҙы!”.