Мәсетле районы уҡыусыларының уңыштары тураһында район мәғариф бүлеге методисы Гөлнара Исламова яҙа:
“Конференция “1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышының тарихи ваҡиғаларына заманса ҡараш” темаһына арналды һәм Мәсетле районы хакимиәте, Урал тимер юлы техникумының Красноуфимск филиалы, Красноуфимск педагогия колледжы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм башҡорттар ҡоролтайы тәҡдиме менән Красноуфимск ҡала округы территорияһында милли йәмәғәт берләшмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса консультатив совет менән килешеү буйынса уҙғарылды.
Красноуфимск ҡалаһы һәм Красноуфимск, Мәсетле райондары студенттары, уҡыу-сылары, педагогтары бер нисә ай дауамында үҙ биләмәләрендә булған тарихи ваҡиғаларҙы өйрәнеү менән шөғөлләнде.
Йомғаҡлау этабына барыһы 4 эш һайлап алынды. Улар араһында: “1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында Мәсетле районы Оло Аҡа ауылы халҡының ҡатнашыуы” темаһына фәнни-ғәмәли эш. Был фәнни эш өҫтөндә Оло Аҡа урта мәктәбе уҡыусылары Айрат Сафин менән Айгөл Әхтәрова эшләне. Етәкселәре – тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Лена Ғәйнанова.
Оло Аҡа мәктәбе уҡыусылары сығыш яһағанда үҙҙәрен ышаныслы тотто һәм эштәре иң яҡшыһы тип табылды. Конференция Мәсетле һәм Красноуфимск райондары, педагогия колледжы һәм тимер юлы техникумы командалары ҡатшанлығында Брейн-ринг интеллектуаль уйыны менән тамамланды. Беҙҙең командаға алынған Оло Аҡа мәктәбе уҡыусылары Айгөл Сабирова, Регина Шакирова, Данил Рәхимов, Айгөл Әхтәрова, Айрат Сафин, Элина Һаҙыева тыуған яҡ тарихы буйынса яҡшы белемгә эйә булыуҙарын күрһәтте”.