Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
4 Март 2019, 18:05

Әүлиә затлы Әлифә

Күрәҙәлек, йәғни хәл-ваҡиғаларҙы алдан күрә белеү кешенең феноменаль һәләте икәнен фән күптән иҫбатлаған. Йылдар аша “күреүсе” шәхестәр боронғо замандарҙан уҡ булған: Касандра, Жанна д’ Арк, швед короле Карл XI, АҠШ-тың тәүге президенты Джордж Вашингтон, француз Мишель Нострадамус, Ванга һәм башҡалар.

Башҡортостан – үҙе әүлиәләр иле. Мәсетле ере лә Миңлейәр мәзин, Әлифә әбей кеүек күрәҙәселәр тураһында иҫтәлектәр һаҡлай.

Әлифә әбей әүлиәләр затынан булған. Өләсәһе Гөлсәғиҙә имсе булып, кешеләрҙе дауалаған, бәләгә тарығандарға ярҙам иткән. Уның улы Миндиәхмәттең ғаиләһендә 1909 йылда Һабанаҡ ауылында йәшәгәндә ап-аҡ йөҙлө ҡыҙ тыуа. Уға Әлифә тип исем ҡушалар. Ҡыҙ өс йәшендә әсәһенән, алты йәшендә атаһынан етем ҡала. Әлифә Һабанаҡ мәктәбендә дини белем ала, зирәк аҡылы менән һоҡландыра. Ә бына үҫмер ҡыҙҙың Ҡөрьәнде яттан белеүе – үҙе мөғжизә. Әлифә әбейҙең ҡыҙы Ғәлиә апайҙың һөйләүе буйынса, төшөндә кескәй Әлифәне аҡ кейемле, ап-аҡ сәлләле бабай тубығына ултыртып, иман шартын, сүрәләр өйрәтә.

Салйоғот ауылынан Әбдел-ҡадир старостаның 17 йәшлек улы Әбделхай йорт-ил эштәре менән Һабанаҡҡа барғанда Әлифәне осрата. Ҡыҙҙың тылсымлы күҙ ҡарашы егетте тамам арбай һәм ул яусы ебәртә. Был ваҡытта Әлифәгә 23 йәш тулған була. Туғандары бирнә әҙерләп, һыйыр биреп, ҙурлап туй үткәрә. Оҙаҡламай Әлифә менән Әбделхай уңған колхозсы булып таныла.

Фәрештәләр ҡыҙға Ҡөрьән сүрәләре, аяттар өйрәтеүҙе дауам итә. Бер ваҡыт ире ҡатынының һаташыуын күреп уята. “Миңә төшөмдә намаҙ уҡырға өйрәтәләр”,– тип, Әлифә баш-ҡаса уятмауын үтенә. Шунан алып ире уны төндәр буйы тыңлап сығыр була. Әлифә өйрәнгәндәрен уҡымышлы Мәхмүҙә әбейгә, муллаға һөйләп ишеттерә. Быларҙың бөтәһе лә китапҡа яҙылыуын дөрөҫләй улар.

Ваҡыт үтә, ғаиләлә бәхетле өс бала үҫә. Һуғыш башлана. Әбделхай алдынғы механизатор булып эшләй. Ә 1943 йылда Курск дуғаһына ут эсенә барып эләгә һәм әйләнеп ҡайта алмай. Әбделхай ҡатынына балаларҙы нисек тә һаҡларға ҡушып китә. Әсә көн буйына колхоз эшенә егелһә, төндәрен ҡасып ҡына утын әҙерләй. Ауыл ҡатындарының ҡайғы-шатлыҡтары уртаҡ була. Халыҡ белемсе Әлифә ярҙамында юғал-ған малдарын эҙләй, һуғыштағыларҙың хәлен белә, сирҙәренән ҡотола.

Яҙын астан интеккән халыҡ ҡырға былтырғы башаҡтарҙы сүпләргә сыға. Имсе бының ни менән бөтөрөн күреп тора. “Саҡ ҡына сабыр итәйек, күк үләнде көтәйек, яҙғы башаҡҡа сығаһы булмағыҙ”, – ти. Түҙемлектәре етмәгәндәр, туң башаҡ ашап, тамаҡтары шешеп үлеп ҡала. Ә бер көн Әлифә, йәһәт кенә итәктән тоҡ тегә лә, ҡыҙҙары менән баҫыуға китә. Унда ул туп-тура бер һалам өйөмөнә бара. Асып ебәрһәләр, көтөлмәгән байлыҡ – ашлыҡ өйөлөп ята.

Май аҙағы. Сығарылыш уҡыу-сылары имтиханды уңышлы биреп, ҡулға аттестат алыу тураһында хыяллана. Улар күмәкләшеп әүлиәгә киләләр. Ул һәр уҡыусыға эләгәсәк билет һанын әйтә. Имтиханда бар уҡыусы яҡшы билдәләр ала. Директор килеп үпкә белдерә. Әлифә уға: “Балалар шатланһа, насармы ни? Заманы ниндәй бит! Үҙеңде лә эштән сығарырға торалар әле”,– тип яуаплай. Ысынлап шулай була ла.

1943 йылда төшкө аш мәлендә “Ҡасан ғына һуғыш бөтөр икән?” – тип әрнеп әйтеп ҡуя бер ҡатын. Шул саҡ Әлифәнең тауышы ишетелә: “1945 йылдың 9 майында…”. Ҡатындар был датаны бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙып ҡуя. Был хәбәр тирә-яҡ ауылдарға ла тарала. Ике йыл үтә. Ашлыҡ сәскән саҡ. Әлифә әхирәттәренә 18 көндән оло Еңеү буласағын әйтә.

Был илдең кеме юҡ, тигәндәй, Әлифәне лә яратып етмәүселәр табыла. Был хәл һуғыштан һуң була. “Был ҡатынға шайтан эйәләшкән, өй мөйөштәренә атып, ендәрен ҡурҡытырға кәрәк”, – тип хәбәр таратҡас, ауыл советы рәйесе менән колхоз рәйесе хатта мылтыҡ тотоп, өйҙәренә килә. Өс балаһын күкрәгенә ҡыҫып, Әлифә: “Мылтыҡ атылмаҫ, балаҡайҙарым, ҡурҡмағыҙ”, – тип ҡур-ҡышҡан балаларын йыуата. Ни ғәжәп: ҡороулы мылтыҡ атмай ҙа ҡуя. Килеүселәр быға хайран булып, Әлифәнең дөрөҫтө һөйләүенә инаналар.

Бер көн бер ауылдан оло йәштәге ҡатын килә. Әлифә самауыр килтереп ултыртҡас, ҡунаҡ ҡатын күстәнәс тип, шәңкәләр ҡуя. “Бала өсөн йөрәгең асытып тора, шәңкәләрҙә хикмәт бар бит. Ҡайғыңды һөйлә”, – ти Әлифә.

Хәл былай була. Ҡатын улының мәрйә кәләше үлеүен, ейәнсәре үгәй әсә менән үҫеүен һәм ут та һыу юҡ булыуын әйтә. Милиция 800 кеше менән берлектә эҙләһә лә, 5 йәшлек сабый табылмай. “Уны йыраҡтан эҙләйһе юҡ, лапаҫ янында тимер менән ябылған нәмә аҫтында ҡарағыҙ”, – ти әүлиә (ирҙең икенсе ҡатыны баланы үлтереп, мейестә яндырмаҡ булған, мәйеткә ут ҡапмағас, онға күмеп ҡарай, һуңынан табылыр тип ҡурҡып, урамға йәшергән).

Әүлиә Әлифәнең икенсе ҡыҙы Ғәлиә 8 йәшенән гел әсәһе эргәһендә колхоз эшенә йөрөй. 12 йәшендә бесән са-бырға өйрәнә, сана менән төнөн ҡаса-боҫа утынға барғанда ла был бала төп ярҙамсы була. Ғәлиә апайҙың тормош юлы Йонос ауылында үтте. 2 февралдә уның вафатына ла 4 йыл булды. Әсәһе менән булған хәлдәрҙе ғәжәп итеп һөйләй тор-ғайны ул.

– Бер көн әсәйем менән башаҡ сүпләргә киттек. Баҫыуға килеп етеү менән кире боролдоҡ. “Өйҙә бәлә булырға тора”, – тине әсәйем. Бәләкәй Фәрит энем бәрәңге әрсеп, туҫтаҡҡа һалған да, һике аҫтына сатыр-сотор өйөп, ут тоҡандырып, шунда бешеренергә уйлаған.

Колхоздың йәшелсә баҡсаһы һыу буйында ине, ҡыярға иртәле-кисле етмешәр көйәнтә һыу һибәбеҙ. Баҡсаның эргәһендә генә өй дәүмәлле таш бар. “Анау таш ярылһа, ни эшләйбеҙ инде?” – тине бер саҡ апайым. “Ул ташҡа бер ни булмаҫ, ә бына тауҙы ярып, күпер һалырҙар. Оло юл ауылдан ситтә, шул күпер янынан үтер, оҙон машиналар йөрөр. Алтын да табылыр. Аллаһтың көнө етер, кәзә малы ишәйер, кешеләр үҙҙәре менән үҙҙәре һөйләшеп йөрөр, күпләп күккә осорҙар, минең исемемде муллалар мәжлестәрҙә телгә алырҙар”, – тине әсәйем уға яуап итеп. Былар барыһы ла дөрөҫ булып сыҡты, алтын тигәндәре – нефть ятҡылығы булған, әсәйем үлгәс, шул урынға маяҡ ҡаҙап киттеләр.

Әүлиә ҡатын Әлифә алтмыш-ҡа ла инмәй яҡты донъянан китә һәм Салйоғотта ерләнә.