Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Февраль 2019, 18:04

Шулай дауам ит, Руслан!

Ҡайһы бер кешеләр тураһында “Уның ҡулдары ете”, – тиҙәр. Эйе, егәрле, һәр эшкә өлгөр кешегә ҡарата шулай тип әйтәләр. Миҫал өсөн әллә ҡайҙа йөрөйһө түгел, шуларҙың береһе хаҡында Әбдрәхим ауылынан Иҙелман Айсин яҙа:

“Руслан Исламов Айып ауылында йәшәй. Үҙенең уңғанлығы менән ул халыҡты хайран ҡалдыра. Ихаталарында 14 һыйыр, 12 ҡышлаған, 120 һарыҡ, 35 ат аҫрай Исламовтар. 200 гектарҙа ашлыҡ, үлән сәсеп эшкәртәләр. 5 балаға ғүмер биреп, ҡатыны Айһылыу менән гөрләтеп донъя көтәләр.

2015 йылдан Әбдрәхим, Айып ауылдарының юлдарын ҡарҙан таҙарта. Һәр эште еренә еткереп башҡара ул. Бына юлдарыбыҙ ҙа уның арҡаһында гел яҡшы, киң итеп таҙартылған була, автомобилдәр һәм башҡа транспортҡа йөрөү өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-ҙы йыйыу буйынса яңы ҡағиҙәләр барлыҡҡа килеү менән, Йонос ауыл биләмәһенән сүп-сар йыйыуҙы ла уға ышанып тапшыр-ҙылар. Уның был эштә лә һынатмаҫына ышанабыҙ.

Ҡылған эштәре артабан да үҙенә лә, халыҡҡа ла ҡыуаныс килтерһен. “Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”, – ти халыҡ мәҡәле. Һиңә уңыштар ғына юлдаш булһын, Руслан!”