Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
13 Февраль 2019, 12:02

Йәшлек менән осрашыу

Февралдең тәүге шәмбеһендә күркәм йола буйынса мәктәптәрҙә осрашыуҙар уҙғарыла

Мәктәп йылдары кешенең күңелендә иң яҡты хәтирәләре менән иҫтә ҡала. Ә йыл һайын мәктәптәрҙә үткәрелгән осрашыу кисәләре йәшлеккә алып ҡайтҡандай була.

Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә традицион осрашыу кисәһе үткәрелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Йәнтүринаның яҙмалары ошо йәшлек байрамына бағышлана.

“Мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар ап-аҡ ҡарлы матур ҡыш кисендә хөрмәт иткән уҡытыусылары, һабаҡташтары менән осрашыуға килде.

Ҡунаҡтар мәктәптең йәшәйешен, ҡаҙаныштарын сағылдырған күргәҙмә, музей менән танышты. Төрлө экспонаттары булған музей күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер. Музей етәксеһе Гөлшат Хәйбуллина ҡунаҡтарҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Рәмзилә Ғилметдинова менән Рәҡибә Хөснуллина мәктәп тарихы менән таныштыр-ҙылар һәм кисәне йәнле итеп алып бар-ҙылар. Мәктәп етәксеһе Фирҙәүес Ҡотлоева осрашыуға килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған изге йөрәкле ветеран-уҡытыусыларҙы тәбрикләне.

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен тамамлаған уҡыусылар бөгөнгө көндә илебеҙҙең төрлө тарафтарында уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Йәштәр белем алалар, ғаилә ҡороп, донья көтәләр. Уҡытыу- сылар уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй.

Төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар был кисәлә илһамланып хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Вәрис Вәлиев (1959 йылғы сығарылыш):

– Беҙ Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә районыбыҙҙың унлаған ауылынан килеп уҡыныҡ. Юл алыҫ. Көн һайын ҡайтып йөрөнөк. Һуғыш осоро балаларына күп ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килде. Ләкин беҙҙе ауырлыҡтар сыныҡтырҙы ғына. Уҡып белем алдыҡ, тырышып эшләнек. Бөгөн дә класташтар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙҙе Сания Ҡылысбаева (мәктәп директоры), Гәрәй Хәкимов, Нәжип Шәрипов, Миңлебай Ханов, Зәки Әхмәтов, Фердинанд Ҡылысбаев, Ғәфифә Ҡорбанова кеүек үҙ эшенә күңел йылыһын һалып эшләгән, көслө рухлы, талапсан уҡытыусылар уҡытты. Улар беҙгә һөнәр һайлауҙа кәңәш бирҙеләр, берҙәмлелек, татыу-лыҡ сифаттары тәрбиәләнеләр.
Мәрйәм Сафина (1969 йылғы сығарылыш):

– Ғүмер шул тиклем тиҙ үтә икән. Мәктәпте тамамлауға ла ярты быуат ваҡыт уҙып киткән. Мәктәп тормошо беҙҙең күңелебеҙҙә иң күңелле, бәхетле осор булып һаҡлана. Иҫке мәктәптә уҡый инек. Класыбыҙ менән татыу, дуҫ булдыҡ. Спортҡа һөйөү тәрбиәләгән физкультура уҡытыусыһы Шакир Ғатауллинға бик рәхмәтлебеҙ.
Мәрйәм Мөхәмәтова (1979 йылғы сығарылыш):

–Беҙ мәктәпте 49 уҡыусы тамамланыҡ. Бик әүҙем булдыҡ, тырышып уҡыныҡ. Беҙгә төплө белем биргән, оло тормош юлына сығарған уҡытыусыларыбыҙ Сәмәрйә Яҡуповаға, Зөһрә Ғәлимоваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың ҡыҙыҡлы дәрестәре, фәһемле кәңәштәре хәтерҙә һаҡлана. Остаздарыбыҙҙан өлгө алып күптәребеҙ уҡытыусы һөнәрен һайланы. Физкультура дәрестәрен көтөп ала инек. Шакир Ғатауллин менән файҙалы үләндәр йыйып, ҡоротоп, һатып аҡса эшләй инек. Ошо аҡсаларға шәп саңғылар һатып алып, ярыштарҙа һәр саҡ еңеү яулай торғайныҡ.
Бөгөн мәктәп танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, матурайған. Яңы тәҙрәләр ҡуйылған, спорт залы өр-яңынан эшләнгән. Тамаша залы ата-әсәләр ярҙамы менән йыһазландырылған. Мәктәп уҡыу-сыларының оҫталығы, тырышлығы ҡыуандыра. Уҡытыусыларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Һабаҡташтар йәшлек йылдарын иҫкә алды, хәтирәләр менән уртаҡлашты һәм тағы ла осрашырға һөйләшеп таралышты.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА

әҙерләне.