Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
8 Февраль 2019, 13:06

Рәхмәт, мәктәбем!

Февралдең тәүге шәмбеһендә йола буйынса 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының тамашалар залында мәктәп тамамлауҙарына 10, 20, 30, 40 һәм 50 йыл үткән сығарылыш уҡыу-сылары йыйылды.

Ишектән кергәс үк үтә лә юғары ойошҡанлыҡ һиҙелде, бында беҙҙе өлкән класс уҡыу-сылары асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Күптән инде олатайҙар һәм өләсәйҙәр булып бөтһәк тә, күңелдәребеҙҙә уҡыу йылы башында саф еҫтәр аңҡылған таҙа мәктәп бинаһының туп-һаһы аша тәү тапҡыр атлап үткәндәге тулҡынланыу бар ине.

Әкренләп залдың сығарылыштар буйынса бүленгән ултырғыстар рәттәре тулды. Мәктәп вальсының һуңғы аккордтары тынды.

Залда йыйылғандарға телмәр менән лицей директо- ры вазифаһын башҡарыусы Н. Г. Бабушкина мөрәжәғәт итте.

Сәхнәгә һәр быуын сығарылыш уҡыусылары вәкилдәре сығыр алдынан тап ошо быуындың мәктәп менән хушлашыу осорон тергеҙеүсе оҫта һайланған репертуар яңғыраны.

Лицей уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре, оҫта итеп башҡарылған бейеү номерҙары, әҫәрле шиғыр юлдары һәм күңелдәрҙе тибрәткән йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Бер-бер артлы сәхнә аша 50, 40, 30, 20 һәм 10 йыл элекке сығарылыш вәкилдәре үтте.

Уҡытыусыларға, оло тормошҡа ышаныслы аяҡ баҫыу мөмкинлеге биргән тыуған мәктәптәренең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп, юбилейлы сығарылыштарҙың сығыш яһаусы вәкилдәре йәшәлгән йылдарының маҡсат-һыҙ булмауы тураһында отчет бирҙе. Һәр сығарылыштың ғорурланыр кешеләре һәм эштәре бар, тип әйтергә була. Күпселек сығарылыш вәкилдәре үҙ концерт номерҙарын да күр-һәтте, айырыуса “30 йыллыҡтар”ҙың автор йыры һәм, әлбиттә, яратҡан уҡытыусыларына бүләк иткән бихисап гөлләмәләре иҫтә ҡалды.

Осрашыу кисәһе үҙенсәлекле, һәр сығарылыш өсөн айырым ойошторолған класс сәғәттәре менән тамамланды.

Беҙҙең 1969 йылғы сыға- рылышҡа класс етәкселәре И. М. Ҡәнипова менән 9 “в” класы яуаплы ине.

Онотолмаҫ мәктәп йылдары атмосфераһын тағы ла бер тап-ҡыр тойоу мөмкинлеге биргәндәре өсөн беҙ уларға рәхмәт белдерәбеҙ.

Мәктәбебеҙ, беҙгә йәмғиәттең файҙалы кешеләре булыу мөмкинлеге биргән тәрбиәң, сифатлы белемең өсөн сикһеҙ ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тап ошо мәктәптән сығары- лыуыбыҙ һәм уның хаҡлы рәүештә Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре иҫәбенә инеүе менән ғорурланабыҙ.

1969 йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Рәсүл Әхмәҙуллин,

Салауат Сәләхов, Ольга Ковина, Тамара һәм Владимир Поспеловтар.