Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
1 Февраль 2019, 14:01

Кешеләргә шатлыҡ өләшеп

Яңы Мишәр, Аҙан-ғол ауылдарының һәүәҫкәр артистары Әбдрәхим клубында бик йөкмәткеле, шаян концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Ул “Ашҡаҙан” скетчы менән башланып китте. Вәт рәхәтләнеп көлдө тамашасы! Ролдәрҙе башҡарыусылар шул тиклем килештереп уйнаны.

Моңло тауышлы йырсылар Ләйсән Сөләймәнова, Гөлшат Әхмәҙиева, Эльвира Латипова ҡышҡы һалҡын көндәрҙә тамашасы- ларҙы төрлө миҙгелдәргә алып ҡайтты. Өҙҙөрөп бейеүсе Лилиә Шаһиеваның “Хан ҡыҙы”, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” бейеүҙәрен тамаша ҡылыуы үҙе бер кинәнес булды. “Шәл бәйләнем”, “Һабантуй бүләге” коллектив бейеүҙәре лә күңелдәргә хуш килде. Үҫмер ҡыҙҙар “Стиляги”, “Микки Маус” бейеүҙәрен шундай дәртле итеп башҡарҙы, әйтерһең, был бейеүҙәр нәҡ уларға һалынған.

Артистар үҙ ижадтарын ихлас бүләк итте, ә рәхмәтле тамашасы уларҙың һәр сығышын шатланып, йылы ҡабул итте. Сәғәт ярымлыҡ концерт күңелдәрҙә яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырып, һиҙелмәй ҙә үтеп китте.

Был коллектив сығыштарын райондың башҡа ауылдарында ла дауам итә. Барығыҙ, ҡарағыҙ, рәхәтләнеп ял итеп, рухи аҙыҡ алып ҡайтығыҙ. Ә артистарыбыҙға уңыштар һәм тулы залдар теләп ҡалабыҙ.

Сәриә ТАҺИРОВА,

Әбдрәхим ауылы клубы мөдире.