Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Ғинуар 2019, 14:04

Онотолмаҫ мәктәп йылдары

Район үҙәгендә йәшәүсе хеҙмәт ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы Вәрис Вәлиев үҙенең хатында мәктәп йылдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаша.


Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары (1958-1959 йылдар). Һулдан уңға: беренсе рәттә ултыралар Нәбиулла Сәрүәров, Камила Ғималова, Фазила Басырова (ата-әсәләр комитеты рәйесе), Сания Ҡылысбаева (мәктәп директоры), А. Имамов (завуч), Һәҙиә Ҡылысбаева, Миндибай Ханов; икенсе рәттә Хәҙисә Хафизова, Фаина Трофимова, Л. Смердова, Фәриҙә Ҡотлоева, Гөлсөм Мозафарова, Лилиә Төхвәтуллина, Флүрә Мөхәмәтйәнова, Сәлиха Әхмәҙуллина; өсөнсө рәттә Ф. Ишкилдина, Әҡлимә Низамова (өлкән пионер вожатыйы), Саҙрыева, Зәки Әхмәтов, Фәих Мозафаров, Йәнсур Зарипов, Фердинанд Ҡылысбаев.

Уҡытыусыларҙан Ғәфифә Ҡорбанова, Гәрәй Хәкимов, Нәжип Шәрипов, Низам Ҡотлоев, Смердов һүрәттә юҡ.





“60 йыл – ул тотош ғүмер. Ә беҙҙең быуын өсөн – үҙе бер дәүер.

Мин үҙебеҙҙең, һуғыш йылы балаларының, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә нисек уҡыуыбыҙ, фән тауына үрләүебеҙ һәм тормош һурпаһы эсеүебеҙ тураһында һөйләп үтергә теләйем.

Ул осорҙа районда урта мәктәптәр Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Ҡотош (Ләмәҙтамаҡ мәктәбе) ауылдарында ғына бар ине.

Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә райондың Айып, Һөләймән, Һабанаҡ, Салйоғот, Әләгәҙ, Мәләкәҫ, Борғатъя, Кесе Ҡыҙылбай, Оло Ҡыҙылбай, Теләш, Ишәле, Тәкә, Һалҡын Шишмә һәм, әлбиттә, Ҡотош менән Ләмәҙтамаҡ ауылдарынан ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыны.

8-селә “А”, “Б”, “В” кластарҙа беҙ 70 уҡыусы инек. 9-сы класҡа килгәндә уҡыусылар кәмегәйне, ҡайһы берәүҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында уҡыуҙарын дауам итмәне: өлкәнерәк ҡыҙҙар кейәүгә сыҡты, ҡайһылары колхозда эшләргә ҡалды, йәиһә хужалыҡ йүнәлтмәһе буйынса Яраҫтау училищеһына уҡырға инделәр. Алыҫ ауылдарҙан килгән уҡыусыларҙы Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдары халҡы өйҙәренә индерҙе. Йәшәгән өсөн хужаларға утын әҙерләүҙә ярҙам иттек. Шәмбе дәрестәрҙән һуң өйҙәребеҙгә ҡайттыҡ. Ҡайһылар төндә генә ҡайтып етә алған, ә йәкшәмбе кире килергә кәрәк.

Теләш яғынан уҡыусылар, Әб-дрәхимдән паром аша сығып, Мөслимдәге Мөнсик тауы эргәһенән һуҡмаҡ буйлап йөрөнө. Ә тайыштар, Әй йылғаһы аша кәмәлә сығып, Төрөпкилде ауылындағы тау аша Һөләймән ауылы яғынан йөрөнөләр. Арҡаларға аҫып алған юл тоҡсайҙарында аҙнаға етәрлек аҙыҡ: бер нисә буханка икмәк, картуф һәм башҡа ризыҡ алып бара инек. Яҡындағы ауылдарҙан – Әбдрәхимдән, Айыптан, Һөләймәндән һәм Һабанаҡтан егет һәм ҡыҙҙар, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә көн һайын өйҙәренән йөрөп уҡыны. Ул ваҡыттарҙа велосипедтар бик аҙҙарҙа бар ине, ҡыштарын саңғыла йөрөнөк.

Беҙҙең мәктәп П хәрефе формаһында һалынған бер ҡатлы ағас бинала урынлашҡайны. Иркен коридорҙа йыш ҡына сафҡа теҙелеү, бейеүҙәр, киске уйындар ойошторолдо. Мәктәп директоры вазифаһын талапсан Сания апа Ҡылысбаева башҡара ине. Уҡытыу-сылар етмәй. Беҙгә, 8-се класс уҡыусыларына, немец телен индерҙеләр, 9-ҙа – инглиз теле, 10-сы кластар сит ил телен бөтөнләй уҡыманы.

Уҡытыусылар араһында Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан яугир-ҙар күп ине: Гәрәй абый Хәкимов, Фердинанд абый Ҡылысбаев, Нәжип абый Шәрипов, Низам абый Ҡотлоев, Ниғмәтйән абый Ямалетдинов һәм башҡалар.

Төрлө түңәрәктәр ойошторолдо: шахмат буйынса һәм фототүңәрәкте Фердинанд Ҡылысбаев алып барҙы, бейеүҙе һәм радиотүңәрәкте – Зәки Әхмәтов. Зәки абый етәкселегендә һәр кабинетҡа кабель линияһы һуҙылды, ә директор кабинеты радиоаппаратура бүлмәһенә әйләнде.

Беҙ 10-сы класта уҡығанда көҙ һуңына Ҡотош ауылында төҙөлөп бөтмәгән ике ҡатлы интернат бинаһында урын бирҙеләр. Хәҙер уның урынында ҡотоштар мәсет һалды. Беҙҙең килтергән аҙыҡтан ашнаҡсы Разия Һаҙыева иртәнге, төшкө һәм киске аш әҙерләне. Интернат мейес менән йылытыла ине. 10-сы класс уҡыу-сылары бысҡы, балта менән диләнкәлә утын әҙерләне. Һәр кемгә өс кубометр ағас ҡаралғайны. Шулай итеп, утын әҙерләүгә бүленгән аҡса тотолманы һәм һуңынан сығарылыш кисәһе уҙғарыуға файҙаланылды.

1959 йылда Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең “А” класын – 23, “Б”-ны – 22 һәм “В” класын 17 уҡыусы тамамланыҡ. Әммә беҙ шунда уҡ юғары уҡыу йорттарына юллана алманыҡ – эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән колхоз етәкселәре беҙгә китергә ризалыҡ бирмәне. Ә унһыҙ ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре паспорт алыу өсөн белешмә ҡағыҙын бирә алманы. Бер аҙҙан юғары уҡыу йорттарында һәм техникумдарҙа уҡыуҙы дауам итеү өсөн таралыштыҡ. Арабыҙҙа табиптар, инженерҙар, ауыл хужалығы белгестәре, педиатрҙар, уҡытыусылар, сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар. Һәр беребеҙ тормошта үҙ урынын тапты.

Традиция буйынса йыл һайын мәктәптәрҙә февраль башында осрашыу кисәләре үтә. Беҙҙең мәктәпте тамамлағанға 60 йыл үтеп китте. Күптәребеҙ инде арабыҙҙа юҡ.

Ләмәҙтамаҡ мәктәбен бергә тамамлаусыларҙы осрашып, һөйләшеп ултырырға саҡырам. Мәктәптең хәҙерге етәкселеге менән танышыу һәм йәш быуынға кәңәштәребеҙҙе еткереү өсөн класташтар осрашыуына килегеҙ. Тағы ла ҡасан осраша алабыҙ әле”.