Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
15 Ғинуар 2019, 14:07

Шәп егеттәр бар арала

Халҡым тип янып, ябай кешеләргә үҙенең күңел йылыһын өләшкән райондаштарыбыҙ бар арабыҙҙа.

Башҡорт рухлы, ихлас егет Марат Сәләхов тураһында яҙыр һүҙем. Ул Яңы Мишәр – Оло Ыҡтамаҡ маршруты буйынса автобуста шофер булып эшләй. Автобусҡа ингәс тә күңелдәргә рәхәт булып китә. Марат башҡорт егеттәренең милли бүркен кейеп йөрөй, радионан халҡыбыҙҙың күңелгә ятышлы йырҙары яңғырай. Ә автобусты Яңы йыл байрамына шундай матур итеп биҙәгән. Күңел күтәрелеп, дәрт өҫтәлеп барып етәбеҙ район үҙәгенә, кире ҡайтҡанда ла юлдың үтелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.

Быларҙың барыһы өсөн дә беҙ Маратҡа бик рәхмәтлебеҙ һәм уға хәйерле юлдар, уңыштар теләйбеҙ.

Ошондай дәртле йәштәребеҙгә изге башланғыстарында ярҙам итәйек. Автобусыбыҙҙы яңыртып ебәрһәләр ине. Егеттәребеҙ ошолай ауылда ҡалып, халыҡты шатландырып хеҙмәт итеп, ғаиләләре эргәһендә йәшәрҙәр ине.

Афарин, Марат!

Сәриә ТАҺИРОВА, Әбдрәхим ауылы.