Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
21 Ноябрь 2018, 14:00

Наталья Бауэрҙың скрапманияһы

Ошо йылдың йәйендә “Мәсетле оҫтаханаһы” III төбәк-ара конкурсында Наталья Бауэрҙың скрапбукинг техникаһында башҡарылған эштәре район халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарын йәлеп итте.

Скрапбукинг (йәки срепбукинг, скрэпбукинг инглиз телендәге scrapbooking һүҙенән, scrap – киҫенте һәм book – китап) – ул ғаилә йәки шәхси фотоальбомдар, фотоһүрәттәр һәм картиналар рамдары, буклеттар, асылмалар (открыткалар), бүләк ҡаптары әҙерләү һәм биҙәүгә ҡайтып ҡалған ҡул эше сәнғәте.