ХАТТАРҘАН
21 Ноября 2018, 13:04

Матурлыҡ илендә

Ҡул эштәре менән Лариса Ризванова мәктәп йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Үҙе һәм яҡындары өсөн кофталар, костюмдар, юбкалар, ойоҡ һәм башҡа күп нәмәләр бәйләй.

– Кейәүгә сығып, ҡыҙым тыуғас, декрет ялында ултырғанда яңынан бәйләй башланым. Шулай бер мәл ҡыҙыма пинетка бәйләп, уны атлас таҫма менән биҙәргә булдым. Эшләгәйнем, үҙемә бик оҡшаны.