Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
17 Октябрь 2018, 18:04

Беҙ ғорурланған кешеләр

Яңыраҡ Һөләймән ауыл клубында данлыҡлы ауылдаштарын иҫкә алдылар.

Фәйзрахман Зәғәфүрәновтың тыуыуының 105 һәм Ризван Хажиевтың 79 йыллығына ар- налған күргәҙмәләр-ҙә фотоһүрәттәре, ҡулъяҙмалары ҡуйылғайны, был шәхестәрҙең биографиялары менән танышырға мөмкин ине.

Китапханасы ошо материалдарға байҡау яһаны, ҡаҙаныштар менән таныштырҙы, мәктәп директоры Фәйрүзә Дусмөхәмәтова уларҙың тормошонан ҡыҙыҡлы факттар тураһында һөйләне.

Фәйзрахман Зәғәфүрән улы Һөләймән ауылында тыуып үҫкән. 18 йыл ул БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһын башҡарған. 2001 йылда ауыл мәктәбенә уның исеме бирелде, ошонда уҡ уның хөрмәтенә мемориаль таҡта асылды.

Ауылдаштары арҙаҡлы яҡташтары Ризван Ҡазихан улын онотмай, ул ауылға йыш ҡайта һәм халыҡ менән осраша торғайны. Уның “Һөләймән һәм һөләймәндәр” китабы ҙур ҡиммәткә эйә, тап ул ауылдың тәүге шәжәрәһен эшләне. 2015 йылда “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Ризван Хажиев исемендәге премия булдырҙы.

Ошо уҡ кистә сәхнәнән көйҙәр һәм йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Тамашасылар Ләмәҙтамаҡ һәм Һөләймән ауылдарының һәүәҫкәр артистары тарафынан ойошторолған концерт номерҙарын ҡарап ҙур шатлыҡ кисерҙе.

Ошондай саралар рухты күтәрә, тыуған яғыбыҙҙың һәләтле кешеләр сығанағы икәнен иҫбатлай, һәм беҙ улар менән ғорурланырға, шундай шәхестәргә лайыҡлы булырға тырышырға тейеш.

Миләүшә ҒАРИПОВА,

Һөләймән ауылы китапханасыһы.