Ауылыбыҙ гөрләп торҙо. Ир-ат шишмәне таҙартты, уның тирәләй тәртип булдырҙы, ҡатын-ҡыҙҙар зыярат кәртәләрен буятты. Онотолоп барған йола яңынан тергеҙелде.
Район гәзите биттәренән ошо өмәлә ғаиләләре менән ҡатнаш-ҡан Биковтар, Ғәлимовтар, Мин-һажевтар, Салауатовтарға, шулай уҡ Айгиз Исмәғилев, Владик Шәйехов, Кәбирйән Минһажев, Райзан Кәримов, Рәүеф Ғәлимовтарға оло рәхмәтемде белдерәм.
Рәхмәт һүҙҙәрен тағы ла бар эштәрен ташлап ауылда үткәрелгән байрам сараларында әүҙем ҡатнашҡан ололар фольклор ансамбленә йөрөүсе апайҙар Разия Сиражетдинова, Гөлсөм Ханова, Рәфиҙә Шәйехова, Лидия Саҙиҡова, Лилиә Ханнанова, улы Илмир менән Зөлфиә Бикова- ларға еткерәм. Киләсәктә уларға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Артабан да ошо матур йолалар халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, һәм улар үҙ ауылдарын таҙа һәм тәртиптә тоторға өйрәнер, тип өмөтләнәбеҙ.
Бурансы ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.