Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
10 Сентябрь 2018, 12:03

Ерҙә тыныслыҡ өсөн

3 сентябрь Рәсәйҙә терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнө булараҡ билдәләнә.

Был датаның барлыҡҡа килеүе 2004 йылдың сентябрендә булған фажиғәле ваҡиғаларға бәйле. Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәптә булған террористик акт һөҙөмтәһендә 334 кешенең, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлә. Бесланда барған ваҡиғалар бар донъяны тетрәндерҙе, бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ул фажиғәне оноторлоҡ түгел. Был көндө беҙ башҡа фажиғәле ваҡиғалар ҡорбандарын да иҫкә алабыҙ.

Теләктәшлек көнө районыбыҙҙа ла онотолоп ҡалманы. Йәштәр үҙәге социаль педагогы-психологы Гөлнара Шәйхелисламова Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡтағы филиалы студенттары менән бик фәһемле һәм кәрәкле һөйләшеү алып барҙы. Лекция һуңында йәштәрҙә тыныс тормош ҡиммәттәренә хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү һәм террористик акттарҙа һәләк булғандар, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар тураһында иҫтәлекте мәңгеләштереү маҡсаты менән Йәштәр үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙәк ирекмәндәре һәм колледж студенттары менән берлектә “Тыныслыҡ күгәрсене” акцияһы уҙғарҙы. Улар зәңгәр туҡымаға тыныслыҡ билдәһе – ҡағыҙҙан күгәрсендәр һындарын ҡаҙанылар.

Ә 3 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейында асфальтта “Беҙ тыныслыҡ өсөн!” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Уның йомғаҡлау өлөшөндә һәр ҡатнашыусы Йәштәр үҙәгенән татлы приз алды.

Лилиә ОРЛОВА,

Йәштәр үҙәге директоры.