22 августа, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөндә, бөтә ил буйлап күп кеше ҡатнашлығында байрам саралары, акциялар үтте. Мәсетле районы йәштәре лә был ваҡиғанан ситтә ҡалманы. “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы”, “Йәш мәсетле” төбәк йәмәғәт йәштәр ирекле хәрәкәте һәм “Берҙәм Рәсәй”партияһының урындағы бүлексәһе вәкилдәре район халҡына һәм ҡунаҡтарына Рәсәй флагы символы менән 200-ҙән ашыу таҫма таратты.