Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Август 2018, 18:40

“Һин биргән белем уҡыусыларыңдың тормошонда файҙа килтерһә – шунан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ!”

Бик престижлы эшкә урынлашыу буйынса әңгәмәләшеү бара, бер урынға 10-15 кеше дәғүә итә. Сират миңә лә етте. Әңгәмәләшеүҙе алып барыусылар һорау артынан һорау яуҙыра. Улар яңыраҡ ҡына вуз тамамлауымды, артыҡ ҙур тәжрибәгә эйә булмауымды һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Алмаясаҡтар, тигән уй башымдан йүгерҙе. Шул саҡ береһе миңә инглиз телендә һорау бирә. Мәктәптә был телде яҡшы өйрәнгәнгә, шунда уҡ уға кире яуап ҡайтарам. Һөҙөмтәлә, мине генә эшкә алдылар. Сығыу менән шунда уҡ шатлығымдан мәктәптәге инглиз теленән уҡытыусым Эльвира Ғабдулла ҡыҙы Йыһаншинаға (Хәсәнова) шылтыратам, уға рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырам...

Ошондай шатлыҡлы шылтыратыу-ҙар уға йыш килгеләй. Мәктәпте байтаҡ йылдар элек тамамлаһалар ҙа, уның уҡыусылары остазын һис онотмай. Оноторлоҡ түгел дә, сөнки ул биргән ыңғай һабаҡтар ҡайһы саҡ ысын мәғәнәһендә яҙмыштарҙы үҙгәртә.

Эльвира Ғабдулла ҡыҙы 1968 йылдың 8 авгусында донъяға килә. Атаһы мәктәп директоры, артабан район үҙәгендә ҙур дәрәжәләрҙә эшләп, хакимиәт башлығы урынбаҫары дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Әсәһе Оло Ыҡтамаҡ ауылында 1-се лицейҙа ғүмер буйы уҡыта.

Ғаиләлә талапсанлыҡ, намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тырышлыҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлек ғәҙәти күренеш була. Әлбиттә, был һыҙаттар Эльвира ханымға ла күсә. Мәктәп йылдарында уҡ ул баш- ҡаларҙан әүҙемлеге менән айырылып тора – класс старостаһы була, бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша, мәктәп, район ярыштарында алдынғы урындар яулай.

Тиҙҙән сығарылыш байрамы етә һәм класташтары һөнәр һайлау алдына килеп баҫа. Эльвира Ғабдулла ҡыҙы ғына алдан уҡ кем булырын яҡшы белә – уҡытыу-сы! Маҡсатына ирешергә яратҡан ҡыҙ Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт педагогия институтына, сит телдәр факультетына уҡырға инә. Тәүҙә бик ҡыйын була уға. Сит телдәр өйрәнеү шаярыу түгел. Етмәһә, донъялағы иң ауыр телдәрҙең береһе – инглиз теле бит. Шулай ҙа, ныҡышмалы ҡыҙ моратына ирешә – 1991 йылда институтты уңышлы тамамлай.

Эльвира Ғабдулла ҡыҙы хеҙмәт юлын Яңы Мөслим ауылында башлай. Ул тәүҙә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. 16 йыл үткәс, 2007 йылдан алып, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, мөмкинлек сыҡҡас инглиз телен уҡыта башлай – баш көлләй инглиз теле донъяһына сума. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул был тел буйынса көслө белгес данын ала, уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар яулай, ә 2013 йылда уларҙың береһе Ғ. Туҡай шиғырҙарын инглиз телендә яттан һөйләү конкурсында еңеүсе була.

Бөгөнгө көндә Эльвира Ғабдулла ҡыҙы юғары категориялы уҡытыусы, тәрбиә эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫары. “Мәктәптә 27 йыл эшләп, мин уҡытыусы эше иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе икәнен беләм. Шул уҡ мәлдә – ул иң кәрәклеһе. Мин бар уҡыусыларымды ла яратам. Дәрестәрҙән илһам, көс алып сығам. Әммә иң ҙур ҡаҙаныш – мин биргән белемдең уҡыусыларыма тормошта кәрәкле булыуы!” – ти ул.

“Эльвира Ғабдулла ҡыҙының төп һыҙаттары – уның үҙ предметын төптән белеүе, белем өлгәшкәндә заманса методикалар ҡулланыуы, үҙ эшен даими рәүештә камиллаштырыуы. Эш йылдарында үҙен ижади кеше, һәр саҡ белем биреүҙең яңы формаларын эҙләүсе, өлгәшкәне менән туҡтап ҡалмаусы итеп танытты”, – тиҙәр уның хаҡта коллегалары.

Эльвира Йыһаншина тормош иптәше Альберт Рәфҡәт улы менән иҫ киткес аҡыллы балалар тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Элина мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, Башҡорт дәүләт аграр университетының тәбиғәт һәм төҙөлөш факультетын – ҡыҙыл диплом менән. Бөгөн ул эре төҙөлөш компанияһында эшләй. Улдары Денис шул уҡ вуздың энергетика факультетында уҡыған.

Вилнур ХӘСӘНОВ.