Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
31 Июль 2018, 12:04

Мәләкәҫтә урамдар байрамы

Башҡортостанда 2018 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Шуға ярашлы, республикала төрлө саралар үтә. Беҙҙең ауыл да ситтә ҡалманы.

Ауылыбыҙҙа хөрмәткә лайыҡ, матур тормош көткән ғаиләләр бик күп. Ошо көндәрҙә үткән Урамдар байрамы нәҡ Ғаилә йылына арналды. Һәр урам байрам өҫтәле әҙерләне, ҡул эштәренән, ғаилә фотоларынан торған күргәҙмәләр ойошторҙо. Тәм-томдан һығылып торған өҫтәлдәр артында сәй эсеп, ҡаҙанда бешкән тәмле аштан ауыҙ итеп, күңел асты был көндө ауыл халҡы.

Байрамда ауыл хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов та ҡатнашты. Ул сараға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне.

Байрамдың төп өлөшөн ярыштар тәшкил итте. Улар концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Мәләкәҫтәр тоҡ менән йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, көршәк ватыу һәм башҡа күп төрлө ярыштарҙа үҙ көсөн һынаны.

Сарала ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы һөйөндөрә. Киләсәктә лә ауыл һүнмәһен, ғаилә усаҡтары гөрләһен.

Зөлхизә ҒӘЛӘҮЕВА.