Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
17 Июль 2018, 12:25

Өфөгә сәйәхәт

(Уҡытыусым Ғәйникамал Мирхәеваның яҡты иҫтәлегенә) Мин бишенсе класты тамамлар алдынан таҡталағы иғланға иғтибар иттем. Унда Өфөгә экскурсияға барыр өсөн төркөм йыйыу-ҙары, теләгәндәргә уҡытыусы Ғәйникамал Мирхәеваға мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында яҙыл-ғайны. Ә минең баш ҡаланы бик тә барып күргем килде.

Ул ваҡытта аҡса табыуы бик ҡыйын мәсьәлә ине, сөнки ата-әсәйҙәр колхозда көндәр буйы трудоденгә эшләне, ә ит, һөт, йомортҡа дәүләткә бушлай тапшырылды. Әсәйемә теләгемде әйткәс, ул шунда уҡ ризалығын бирҙе һәм юлыма, ашарыма аҡса тапты.

Июнь айының матур бер көнөндә беҙ, ҡыҙҙар һәм малайҙар, мәктәп алдына йыйылдыҡ. Вәрис ағай Хужин йөк машинаһы менән килеп етте. Уның кузовына эскәмйәләр ҡуйылған, өҫтө ел-ямғырҙан брезент менән ышыҡланғайны. Беҙ Ғәйникамал апа һәм уның ярҙамсыһы Нәфисә апа етәкселегендә оҙон юлға сыҡтыҡ.

Вәрис ағай беҙҙе Бөрө ҡалаһына алып барып ҡуйҙы ла, үҙе кире ҡайтып китте. Беҙ бында Һәҙиә Дәүләтшинаның бер туған ағаһын эҙләп таптыҡ. Ғәйникамал апа унан Һәҙиә тураһындағы иҫтәлектәрен һорашып яҙып алды.

Икенсе көндө таң менән пароходҡа ултырып Өфөгә юлландыҡ. Беҙ, ауылдан сығып йөрөмәгән, бер нәмә күрмәгән малайҙарға пароходҡа ултырып барыу күккә менеп төшөү менән бер булды. Иртән һалҡынса булһа ла, беҙ палубанан төшмәйенсә, тирә-яҡты күҙәтеп, тәбиғәткә һоҡланып, пароходтар-ҙың осрашҡанда, Ағиҙел буйҙарын яңғыратып, бер-береһен сәләмләүенә хайран ҡалып тамаша ҡылып барҙыҡ.

Төш етеүгә Өфөлә инек инде. Карл Маркс урамындағы турбазаға урынлашып, төрлө тарафтарға йөрөй башланыҡ. Иң беренсе совет пролетариаты юлбашсыһы Владимир Лениндың йорт-музейында булдыҡ. Шунан тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙыҡ. Унда ингән ерҙә беҙҙе айыу ҡаршы алды. Ул бына-бына үкереп беҙгә ташланыр төҫлө тойолдо. Шулай уҡ ҡыр кәзәһен, һандуғас-ҡарлуғастарҙы иғтибар менән ҡарап сыҡтыҡ. Улар барыһы ла тере кеүек ине.

Артабанғы бүлмәлә күҙҙең яуын алып торған аҫыл таштар – республика ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары, арғыһында башҡорт халҡының милли кейемдәре, эш һәм һуғыш ҡоралдары: уҡ-һаҙаҡтар, суҡмарҙар, һөңгөләр, ҡылыстар, хатта Салауат Юлаев кейгән кольчуга һәм уның ҡылысы урынлаш-ҡайны.

Икенсе көндө беҙ фанера комбинатына, шунан шырпы фабрикаһына барҙыҡ. Унда эшләгән апай-ҙар беҙгә иҫтәлеккә шырпы ҡабына йәбештерелә торған наклейкалар бүләк итте.

Өсөнсө көндө Башҡортостан гәзит-журналдары сыҡҡан ерҙә булдыҡ. Шунан Яҡутов паркына барып уның күлендә рәхәтләнеп кәмә- ләрҙә йөрөнөк, планетарийҙа булып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Өфөгә тәүге сәфәребеҙҙә шулай уҡ паровоздар ремонтлай торған депоға барып беренсе тапҡыр паровоз күрҙек.

Тамаҡ туйҙырырға көнөнә ике тапҡыр эшселәр ашханаһына йөрөнөк, унда эләгеү өсөн 120 баҫҡыс төшөргә тура килә ине.

Ҡайтырҙан алда йәмле Дим буйында урынлашҡан Шишмә районында топографик ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. Унан инде бер төркөмөбөҙ Ғәйникамал апа етәкселегендә поезға ултырып ҡайтып китте, ә беҙ, бер нисә кеше, Нәфисә апа менән уның Благовар районында йәшәгән ата-әсәһенә барып картуф утарға, күмергә һәм башҡа ваҡ-төйәк хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып,тағы ла бер-ике көн башҡа яҡтарҙа нисек йәшәгәндәрен күреп ҡайттыҡ. Ул саҡта унда өйҙәр һалам башлы, ә өйҙәр үҙҙәре самандан ине…

Ошо сәфәрҙән һуң Ғәйникамал апа ең һыҙғанып мәктәп музейын ойоштороу эшенә тотондо, һәм ул асылды. Бында уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Миндехан ӘМИНЕВ,

Оло Ыҡтамаҡ ауылы.