Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
9 Июль 2018, 17:37

Күңел йәшлеккә тарта

Рәсәйҙә кешеләрҙең ғүмер оҙайлығы тураһында йыш телгә алына башланы. Йонос ауылында 400 кеше йәшәй. Ете инәй һәм дүрт олатай 80 йәшлек сикте үтте. Ауылыбыҙҙа иң өлкәне – ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейын ҡаршы алыусы Камил Лотфуллин. Ул туғандары һәм балаларының ғына түгел, ә ауылдаштарының да ихтирамын тойоп йәшәгән абруйлы шәхес.

Ул 1928 йылда ошо уҡ ауылда Лотфулла мулла ғаиләһендә донъяға килгән. 12 йәшенән ысын тыл һалдаты булып хеҙмәт посына баҫа һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн әсе тир түгә. Атаһын хеҙмәт армияһына, дүрт ағаһын фронтҡа алалар.

Үҫмер малайҙарға өс ат биреп ҡуялар, сәсеү мәлендә эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Ер һөрәләр, тырматалар. Ҡыш буйы үгеҙ егеп Тимерәк төбәгенән бесән ташыйҙар, сөнки яҡшы аттарҙы фронтҡа оҙаталар.

– Баҫыуҙарҙа бөтөн эште үгеҙҙәр егеп башҡарҙыҡ, волокушаларҙы ла улар һөйрәтә, уларҙы тыңлатыуы ауыр була торғайны. Үҙебеҙ ҙә асбыҙ, етмәһә, күгәүендәр яфалай, шул арҡала йыш-йыш сығынсылап алалар ине, – ти хеҙмәт ветераны.

Йылдар ауыр булһа ла, ауылда башланғыс мәктәп эштән туҡтамай. Йәш уҡытыусы Кәфиә Ҡорбанова балалар- ҙы аслыҡ үлеменән ҡотҡарыу өсөн күп нәмәләр эшләй. Ул район түрәләренән ярҙам һорап, балаларҙы ашатыуҙы ойоштора.

Йәше еткәс, егет өс йыл хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын үтәй. Бала сағынан иген үҫтергән киң яландарын һағынып ҡайтҡас, механизатор һөнәрен үҙләштерә һәм 43 йыл Салауат Юлаев исемендәге колхозда алдынғы һәм маҡтаулы хеҙмәт итеп, дан ҡаҙана. Рәсеме почет таҡтаһынан төшмәй, уның фотоһүрәте әле музейҙа һаҡлана.

Ике уңған – Рәшиҙә һәм Камил Лотфуллиндар 64 йыл ауылдаштарын һоҡландырып, етеш, мул тормошта татыу ғүмер итте. Дүрт балаға белем биреп, үҙ өлгөләрендә тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Тик донъя гел шатлыҡтан ғына тормай шул. аяҡтан ҡалған ҡатынын өс йыл оло сабырлыҡ менән тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты юбиляр. Бөгөн 14 ейән-бүләһе, ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре булыуына һөйөнөп йәшәй. Ауыл, ил яңылыҡтарын белеп, ҡыҙыҡһынып тора, килгән кешеләрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала.

– Эштән ҡурҡырға ярамай, – ти сәләмәт тормош алып барған, һәр нәмәлә сама белгән аҡһаҡалыбыҙ. – Ғаиләгеҙҙе яратығыҙ, сөнки йәштән үҙеңә тиң йәр менән ғаилә ҡороп, бер-береңә тоғро булып, гөрләшеп йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.