Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
5 Июль 2018, 17:20

Ҡыҙылбайҙар шәп ял итте

Ҡыҙылбай һабантуйында дәртле йыр-бейеү, көс һәм таһыллыҡта һынашыу, ҡунаҡсыллыҡ һәм киң күңеллелек – барыһы ла булды.

Һабантуйҙың уңышлы һәм тамашалы булыуы һауа торошона ла бәйле. Ә был көндө ул күп һанлы байрам ҡунаҡтарының кәйефен һис кенә лә боҙманы – көн ҡояшлы, йылы булды һәм оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ҡыҙылбайҙар рәхәтләнеп ял итте.

Иртә таңдан йәмле, иркен майҙанда усаҡтар янды, ҡаҙандарҙа аштар беште, самауырҙар ҡайнаны.

Һабантуйҙы асып, ауыл старостаһы Марсель Ғимазиев еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн ауыл хеҙмәтсәндәренә рәхмәт әйтте, уларға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм тыуған яҡтың сәскә атыуын теләне. Артабан Әләгәҙ ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Вәлитов иң әүҙемдәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Район мәҙәниәт һарайы артистары ҡатнашлығындағы күп төрлө һәм оҙаҡ барған концерт программаһы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан апалы-һеңлеле Азалия һәм Аделия Аҡйегетоваларҙың бейеүе байрамдың үҙенсәлеге булды. Шул уҡ ваҡытта яланда милли ярыштар ҙа үтте.

Быйыл шулай уҡ урамдар араһында конкурс уҙғарылды. Сосновка ауылы һәм Оло Ҡыҙылбай ауылының туғыҙ урамы активистары биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәренән күргәҙмә һәм һый өҫтәлдәре әҙерләгән. Һөҙөмтәлә Ҡыҙылармеецтар, Мәктәп һәм Яр буйы урамдары командаһы еңде, икенсе урында – Кооператив һәм Күпер, өсөнсөлә – Күл урамы һәм Сосновка ауылы. Салауат Ғимазиев урамы тамашасылар һөйөүе призына эйә булды.

Байрамдың төп ойоштороусыһы һәм бағыусыһы Әләгәҙ ауыл биләмәһе депутаты Әлфит Әйүпов булды. Һабантуй уҙғарыуға аҡсаны бөтә ауыл менән йыйҙыҡ, бер кем дә ситтә ҡалманы. Шулай итеп, улар үҙҙәренә бик яҡшы байрам яһаны.

Шулай уҡ уны ойоштороп уҙғарыуҙа Юлиә Ғафарова, Лилиә Сибәғәтуллина, Лидия Зиннәтуллина, Иҙрис Ғимазетдинов, Лилиә Шабанова, Алһыу Ғимазиева, Марсель Ғимазиев, Ирина Вәлиева, Нәфисә Мөғинова һәм Әбүзәр Әйүпов ҙур ярҙам күрһәтте.

Рәфизә БӘҘРЕТДИНОВА,

Оло Ҡыҙылбай клубының мәҙәни ойоштороусыһы.