Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
18 Июнь 2018, 11:39

Кәңәшләшеп эшләүгә ни етә?!

Һүҙем промзоналағы Йәштәр һәм Запольских урамдары арауығында урынлашҡан дөйөм баҡсалар хаҡында. Унда ун өс хужаның картуф баҡсаһы урынлашҡан. Мелиораторҙар урамы буйлап ҡасандыр тотолған кәртә быйыл тулыһынса сереп ауҙы. Баҡсаларға малдар кереп, ултыртылған йәшелсәләрҙе тапай башланы. Ошо участканы кәртәләү-кәртәләмәү тураһында бәхәстәр ҡупты.

Иң тәүҙә депутатыбыҙ Алмас Әхмәҙиев менән кәңәшләшергә булдым. Ул ихлас тыңланы һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы башлығы Радик Ғәләүетдиновҡа мөрәжәғәт итте. Улар, ошо баҡса хужаларын йыйып, йыйылыш үткәрҙе. Алмас Әүхәҙи улы иң ситке өй хужалары кәртәләргә тейеш тигән ҡәт-ғи фекергә килде. Ләкин ун өс баҡса хужаһының уларға ғына ташлап ҡуйырға хаҡы юҡ икәнлеге бында көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа бер фекергә килдек: смета төҙөп аҡса йыйырға һәм бергәләп кәртәләргә.

Халыҡ ауыл советы башлығынан үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Күршеләрҙе бигерәк тә берәҙәк кәзәләр борсой.

Шулай итеп, шул уҡ көндө аҡса йыйылды, икенсе көндө материлдар һатып алынды, ике көн эсендә әлеге территорияны кәртәләп тә ҡуйҙылар. Өмәлә аталы-уллы Әхнәф һәм Андрей Латиповтар, Рауил һәм Рәфил Солтановтар, Юрий һәм Максим Поповтар, Зөфәр Фәттәхов, Рәлиф Кәбиров, Харис Ғөзәйеров, Рәшит Мөхәмәтшин бик тырышып эшләне.

Ә ике йорт хужалары өмәлә ҡатнашыуҙан һәм аҡса биреүҙән баш тартты. Уларҙың исемен атауы миңә оят.

Һүрәттә: Өмәлә ҡатнашыусылар.

Мәрйәм КӘБИРОВА,

район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.