Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
18 Июнь 2018, 11:37

Интернатта күңелле!

Башҡорт гимназияһының интернатында тәрбиәләнеүселәр өсөн йыл әйләнәһенә төрлө файҙалы, күңелле саралар үткәрелеп тора.

Мәҫәлән, уҡыу йылының һуңғы көндәрендә ҡыш һәм яҙ тыуғандарға арналған ҡыҙыҡлы сара ойошторолдо. Байрам кисәһен Луиза Исхакова һәм Айһылыу Хафизова бик йәнле итеп алып барҙы. Балалар йылы, дуҫтарса мөхиттә йәштәштәрен ҡотланы.

Интернатта тәрбиәләнеүселәр үҙ көстәре менән сағыу номерҙарҙан торған концерт әҙерләне. Һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы Айтуған Нухов был юлы ла үҙенең дәртле бейеүе, үткер теле менән кисәне биҙәне. Камил Ҡасимовтың ҡотлау телмәре, Алһыу Мөхәмәтдинова, Эльвина Севастьянова, Ынйы Төхвәтуллина һәм Айһылыу Хафизоваларҙың дәртле бейеүҙәре, Әлиә Зәйнетдинова менән Руфина Ғилметдинова башҡарған йырҙар барыһының да күңеленә хуш килде. Ойошҡанлыҡ, йыйнаҡлыҡ һәм ижади ҡараш талап иткән музыкаль биҙәүсе бурысын һәр саҡтағыса Илдар Шакирйәнов үҙ өҫтөнә алды.

Тыуған көндәрен байрам итеүселәргә тәрбиәселәр Айгөл Зәбихуллина менән Әлфиә Әхмәтшина бик күп йылы теләктәр әйтте.

Һүрәттә: Эльвина Севастьянова, Айтуған Нухов һәм Айһылыу Хафизова.

Эльвира АҘНАБАЕВА,

интернат тәрбиәсеһе.