Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
14 Май 2018, 11:25

Ғаилә – ул көс туплаусы нур

Тайыш ауылы китапханаһында Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “Ғаилә – дәүләт нигеҙе” район конкурсына ярашлы “Ғаилә – ул көс туплаусы нур-йомғаҡ” тип аталған байрам сараһы үтте.

Унда Тайыш ауылынан Зәлифә һәм Рәмил Ғәлимовтар, Йоностан Нәсимә һәм Сәмиғулла Лотфуллиндар, Әбдрәхимдән Гөлзәминә һәм Ришат Ғилметдиновтар, Айыптан Дилбәр һәм Салауат Мос-тафиндарҙың татыу, хәстәрлекле һәм эшсән ғаиләләре ҡатнашты. Улар үҙҙәре хаҡында һөйләне, ижади һәләттәрен күрһәтте. Конкурс программаһы матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова һәр ғаиләгә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Тәбрик һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Уның ғаиләләрҙе ҡотлап йыр бүләк итеүе ауылдаштары өсөн көтөлмәгән сюрприз булды.

Яңыраҡ Ғәлимовтар ғаиләһендә бер юлы бер нисә юбилей билдәләгәндәр: Зәлифә Нурый ҡыҙына – 75, Рәмил Лотфуллинға 80 йәш тулған, ә уларҙың ғаилә стажы 55 йыл тәшкил итә. Улдары Илфат ата-әсәһенә үҙе ижад иткән йырын бүләк итте.

Кисәлә бөтә ғаиләләрҙә лә ата-әсәләрҙең балалары мәнфәғәтен күҙәтеп йәшәүҙәре һиҙелде, улдары һәм ҡыҙҙары ата-әсәләрен уңыштары менән һөйөндөрөргә, уларға ярҙам итергә һәм өмөттәрен аҡларға тырыша. Бергәләп улар ниндәй генә эшкә то- тонһалар ҙа иң юғары үрҙәрҙе яуларға һәләтле.

Сарала ҡатнашҡан бөтә ғаиләләргә һәм алып барыу-сылар – талантлы уҡытыу-сылар М. Фәттәхова менән Ф. Әбүбәкироваға, Тайыш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советына рәхмәт белдерәбеҙ.

Нәсимә ЛОТФУЛЛИНА,

Йонос ауыл китапханасыһы.