“Һуғыш йылдары балаһы мин”.
Ул Салауат районының Миәшәгәр ауылында тыуа. Уны өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙ кесе йәштән үк өләсәһенең артынан эйәреп, колхоз ҡыр-ҙарында ялан аяҡ сағышҡаҡ билсән утап, бесән әҙерләп, иген һуғып, башаҡ сүпләп үҫә.
– Иң үҙәккә үткәне – аслыҡ, аяҡта, өҫтә юҡлыҡ. Бөтәһе лә фронт өсөн, еңеү өсөн эшләй. Астан үлмәҫ өсөн, яҙын яңынан баҡса соҡойбоҙ. 1-2 серек бәрәңге табыу – ул оло ҡыуаныс. Тамаҡты үлән, алабута менән алдай инек, – тип хәтерләй Дания инәй.
Йылдар ауыр булһа ла, әсәйле балалар мәктәпкә йөрөй. Уның да уҡыр-ға-яҙырға өйрәнәһе килә, ләкин мөмкинселек булмай. Кистәрен өләсәһе менән йөн иләй, ойоҡ, селтәр бәйләй. Шулай итеп ҡул эштәренә оҫтарып китә.
Дания инәй һигеҙ йәшендә икенсе тапҡыр йәтим ҡала: өләсәһе вафат була. Уны Мәсетле районынан уҡытыусылар – ирле-ҡатынлы Йосоповтар бала ҡарашырға тип килеп ала, үҙебеҙ уҡытырбыҙ, тиҙәр. Тәүҙә улар Дыуан-Мәсетле, аҙаҡтан Әб-дрәхим ауылында йәшәй. Таҙалыҡ яратыусы, булдыҡлы йәтим ҡыҙ һигеҙ йыл дауамында өс баланы яҡшы итеп ҡарай, аш-һыу әҙерләй, йортто матурлап хужаларҙы ҡыуандыра, тик уҡырға йөрөргә генә форсат табылмай.
16 йәшендә ҡыҙҙы колхозға эшкә саҡыралар. Ике йылдан үҙе кеүек атайһыҙ үҫкән, эскерһеҙ һәм эшсән егет Йәғәфәр менән ғаилә ҡоралар. Бер-береһен аңлап, һаҡлап, матур йәшәй Ғәйнановтар.
Икеһе лә малсылыҡта тир түгә, уларҙың тырыш хеҙмәтен отчет-һайлауҙарҙа маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр менән баһалайҙар. Шаян, алсаҡ, бик тә ярҙамсыл Йәғәфәр ат өҫтөнән төшмәй көтөү көтә. Дания инәй ике йыл арбаға 22 фляга һөт ултыртып, Әй аша паром менән сығып, Ләмәҙгә сепаратҡа бара. Артабан фермала һауынсы була, сусҡасылыҡта эшләй. Пенсияға сыҡҡас та мәктәпте, балалар баҡсаһын йыйыштыра. Ул булдырған бөхтәлеккә, таҙалыҡҡа һоҡланып бөтә алмайҙар. Яҙлы-көҙлө ырҙын табағында ашнаҡсы булып та йөрөй. Баҫыу эшсәндәре апайҙы осратҡанда: “Ашың бигерәк тәмле була ине”, – тип йылмайып, арҡаһынан һөйөп, рәхмәттәр әйтеп китә.
Дания инәй уңған хужабикә лә. Ул эшһеҙ, хәрәкәтһеҙ торорға яратмай. Күршеләрендә туй-маҙар була икән, ул оло мейесенә яғып бешеренә. Йөҙө килгән бәлеш-шәнкәләре табынға йәм өҫтәй. Уның өйө ҡул эштәре күргәҙмәһенә оҡшап киткән, ундағы таҙалыҡ, тәртип, матурлыҡ күҙгә ташланып тора. Тәҙрә төптәре сағыу сәскәле гөлдәргә күмелгән. Помидор, борос үҫентеләре йылы көндәрҙе көтә. Ул сиккән, бәйләгән әйберҙәр һабантуйҙарҙа тирмәләрҙе биҙәй, йыш үтеп торған күргәҙмә-ләрҙә ҡатнаша. Мин килгәндә лә ҡулында бәйләм ине. Уның өйө эстән генә түгел, тыштан да тәрбиәле: заманса материал менән көпләнгән.
Дания апай күршеләре Гөлсафа, Гөлсөм, Рәзилә, Кәшифә, Рәйфә менән унда-бында тыныс күңел менән сығып йөрөп килергә ярата.
– Бөгөнгө хәлемә шөкөр итәм. Балаларым, ейәндәрем, килен-кейәүҙәрем мине тик шатландырырға, ярҙам итергә генә торалар. Күстәнәстәрҙең иң тәмлеһен алдыҡ, тип күңелемде күтәрәләр, – ти ул ҡыуанып.
Бөгөн Дания Ғәйнанова 17 ейән-ейәнсәргә һәм биш бүләгә бәхетле өләсәй. Йәл, бәләкәстәрҙе олаталары һөйә алмай. Ул 48 йәшендә генә үлеп ҡала. Ике балаһының ғына туйын үткәрешергә насип була уға. Ҡаһарман Дания инәй ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан кеше: бер-бер артлы буй еткергән тағы өс балаһын туйлап, ҙурлап башлы-күҙле итә.
Инәйҙең биш балаһы ла ғаиләле, һөнәрле, ата-әсәләренә оҡшап эшһөйәр һәм кешелекле. Ауылда төпләнгән улы Флорид һәм ҡыҙы Ларисаның ғаиләләре әсәгә ҙур йыуаныс һәм таяныс. Уларҙың балалары мәктәптән йыш ҡына өләсәй ҡосағына йүгерә.
Ҡыҙҙары Фая, Зөһрә һәм улы Салауат Сорғот ҡалаһында йәшәйҙәр. Улар мөмкинлек килеп сығыу менән иң ҡәҙерле кешеләренә ашҡына: атай йортон матурлап, әсәләренә ярҙам итеп, уның һаулығын хәстәрләп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп китәләр. Бына шулай ауылдаштарының, балаҡайҙарының йылы мөнәсәбәтен тойоп йәшәй Дания Мәғәфүр ҡыҙы.