Миңлегөл Кәримова Тәкә ауылында тыуып үҫкән, беҙҙең ауылға йүнәлтмә буйынса килгән. 36 йыл ул башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Уның ҡулы, аҡылы һәм йөрәге аша күпме бала үтте! Бөтә ошо йылдарҙа ул профком рәйесе булды. Мәшғүллегенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ауылдың йәмәғәт тормошо үҙәгендә ҡайнаны, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашты.
Миңлегөл Мостафа ҡыҙы – балалары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле әсә, ҡәйнә, өләсәй. Ире Марсель менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй.
Яуаплы, ныҡышмал, инициативалы Миңлегөл Мостафа ҡыҙы проблемаларҙы күреп, уларҙы, ҡай-ҙа үҙ көсөбөҙ, ә ҡайҙалыр урындағы власть органдары ярҙамы менән хәл итергә тырыша. Ауылда уның инициативаһы менән халыҡ өсөн бик мөһим һыу һәм юл проблемалары хәл ителде.
Беҙҙең старостаның идеялары бик күп. Бөгөн ауыл халҡы Әләгәҙ һәм Мәләкәҫ ауылдары араһындағы юлға асфальт түшәләсәгенә ныҡлы ышана, сөнки староста Миңлегөл үҙ маҡсаттарына ирешә белә! Уның ныҡышмалылығы менән тыуған ауылыбыҙ өсөн беҙ әле күп нәмәләр эшләйәсәкбеҙ.