Гүзәл тәбиғәтле Мәсетле районының Айып ауылында ҙур ғаиләлә сибәр, баҫалҡы холоҡло ҡыҙ бала донъяға килә. Ата-әсәһе уны Хоҙайҙың ҙур бүләгеләй ҡабул итә.
Айҙар, йылдар үтә, ҡыҙ бала үҫеп буй еткерә. Үҙенең һылыулығы, тыйнаҡлығы, тылсымлы ҡараштары менән күп егеттәрҙе әсир итә ул. Ләкин йөрәге Тайыш ауылының батыр, тапҡыр һүҙле, типһә тимер өҙөрлөк егете Юристы үҙ итә. Улар сәстәрен сәскә бәйләп, Тайыш ауылында матур ғаилә ҡороп ебәрә.
Йәштәр өс балаға ғүмер бүләк итә. Тик бәхетле ғаилә тормошо оҙаҡҡа бармай. Ҡояшлы көндө ҡара болот ҡап-лағандай, ҡайғы еле Дания апайҙың ишеген шаҡый – ҡапыл ғына тормош иптәше яҡты донъяны ҡалдырып китеп бара. Донъяның бөтә йөгө, тормош ауырлығы Дания апай иңенә төшә. Шул саҡтарҙа ла ул төшөнкөлөккә бирелмәй, һынмай, һығылмай, кешенән ярҙам һорап йөрөмәй. Тырышып, үҙ көсө менән яңғыҙы өс балаһын – бер улы һәм ике ҡыҙын тәрбиәләп, юғары белем алырға ярҙам итеп, лайыҡлы тормош юлына баҫтыра. Ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, уларға һөйөнөп, яҡты киләсәк юрап ғүмер итә.
Китапханасы һөнәрен ул Тайыш ауылына килен булып төшкәс үҙләштерә, күп тә үтмәй, ауыл китапханаһында эш башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә лә уның башҡарған эштәре, халыҡта китапҡа һөйөү уятыуы ҙур ихтирамға лайыҡ. Бөгөн инде ул тайыштарҙың үҙҙәренең үтенесе буйынса китапхана мөдире итеп ҡуйылған. Уның тырышлығы менән хәҙер мәҙәниәт йорто шау-гөр килеп тора. Һәр байрам күңелле ял кисәләре, бай программалы концерттар менән үтә. Бында Дания апайҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, кешеләргә талапсанлығы баһалап бөткөһөҙ. Район күләмендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ла ул етәкләгән фольклор ансамбле призлы урындар яулай.
Мәҙәниәт йортонда мауыҡтырғыс төрлө түңәрәктәр эшләй. Йыр-бейеүгә, сәсәндәр оҫталығына, пьесалар ҡуйыр-ға, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү – былар-ҙың барыһына ла ололар ҙа, балалар ҙа, йәштәр ҙә бик теләп йөрөй.
Дания Вәлиева – үҙ эше оҫтаһы. Кеше менән еңел генә аралаша, йыр-бейеүгә йәлеп итә белеүе, һәр кемгә мөләйем ҡарашы – уға ғына хас сифаттарҙыр ул!
– Бына ҡарағыҙ әле, хатта сәскәләр ҙә көнгә таждарын ҡапыл асмай, яйлап ҡына ҡояшҡа үрелә. Һеҙ ҙә шулай булығыҙ. Бер кем дә йырсы, бейеүсе булып тыумай, әкренләп үҙ ваҡыты менән өйрәнә, – тип йыуата репетицияға йөрөгән балаларҙы, йәштәрҙе.
Кешеләргә изгелек ҡылып, рәхәтлек кисерә, донъянан йәм таба белә Дания апай. Ул ойошторған кисәләрҙән, күңелле концерттарҙан ауылдаштары көс-дәрт алып, ҡанатланып, яҡты өмөттәр менән ҡайтып китә.
Булдыҡлы кешенең өйө лә һәр саҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, зауыҡ менән биҙәлгән, йәйгеһен йорт тирәһе мең төрлө хуш еҫле сәскәләргә күмелә. Баҡсаһында йәшелсәһе, емеш-еләге гөрләп үҫә, өҫтәүенә үҙе – тегеү һәм ҡабартмалы сигеү оҫтаһы ла!