Быйыл ҡыш ҡарҙың аҙ яуыуы арҡаһында ауылдың күп кенә кешеләре, шул иҫәптән балалар һәм пенсионерҙар, үҙҙәренең буш ваҡыттарын ошо стадионда уҙғарҙы. Балалар балалар майҙансығындағы төрлө аттракциондарҙа уйнаны, ололар йүгереү һәм скандинавия йөрөшө (һуҡмаҡтарҙы спортсылар үҙҙәре һалды) менән шөғөлләнде. Ләкин ҡар күпләп яуа башлау менән стадион территорияһына эләгеүе ауырлашты. Юлдар таҙартылмай.
Стадиондың хужаһы булмауы тураһында уға инә торған ҡапҡаның көҙ башында уҡ ватылып, әлегә ҡәҙәр тергеҙелмәүе һөйләй. Оҙаҡламай халыҡ малдарын үләнгә сығара башлаясаҡ, ә стадиондың ҡапҡаһы ватыҡ. Футбол яланындағы газондарҙан ул саҡта нимә ҡалыр?