“Игеҙәктәр” спектакле артистары.
Комедияла еңелсә юмор менән кешеләрҙең ваҡ-төйәк йомшаҡлыҡтарынан һәм кәмселектәренән көлөү аша эштә намыҫлылыҡ, саф күңеллелек өсөн көрәш күрһәтелә. Тормошта осрай торған “күҙ буяу”, өҫтәп яҙыу, малсылыҡта “маяҡтар” тип аталған айырым кешеләр өсөн әҙер шарттар тыуҙырыу кеүек тиҫкәре күренештәр тәнҡитләнә.
Спектаклдә 70-се йылдарҙағы ваҡиға бара. Урта мәктәпте тамамлап, фермаға эшкә килгән игеҙәк ҡыҙҙар Рәсилә һәм Рәсимә тирәләй ҡыҙыҡлы, ә ҡайһы саҡ аҡылға һыймаҫлыҡ хәлдәр һүрәтләнә. Улар-ҙың ҡыйыулығы арҡаһында колхоздың ҡайһы бер йәшерен эштәре асыҡлана.
Спектакль дауамында тамашасыларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәне. Һәр артистың үҙ ролен бөтә тулылығында аса алыуы барыһына ла оҡшаны. Теләш ауылы халҡы исеменән “Илһам” халыҡ театры артистарына ысын тойғолар бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Теләш мәҙәниәт йорто методисы.
2014 йылдан “Илһам” башҡорт халыҡ йәштәр театр-студияһын Эльвира Рамазанова етәкләй. Әлеге ваҡытта коллективта 10 кеше шөғөлләнә. Улар араһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән тыш, КФХ башлығы, пенсионер, башланғыс кластар уҡытыусыһы, йәштәр эштәре буйынса белгес бар.