“Умырзая” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм байрам ҡунаҡтары.
Нәҡ утыҙ йыл элек “Умырзая” кескәйҙәр өсөн ишектәрен асты. Утыҙ йыл берҙәм коллектив ҡулға-ҡул тотоношоп балалар тәрбиәләй. Сара барышында балалар баҡсаһының тарихы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирелде. Шул ваҡыт эсендә “Умырзая” ике етәксене хаҡлы ялға оҙатҡан. Мөнирә Кәримова 1988-ҙән 1990 йылға тиклем эшләгән. 2015 йылға тиклем балалар баҡсаһын Римма Кәримова етәкләне. “Умырзая” исемле тылсымлы илде тәү башлап асыусы хеҙмәткәр-ҙәр– тәрбиәсе Гөлсара Исламова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Зилара Закирова, ашнаҡсылар Миңлегөл Мөхәмәтйәнова, Фая Моратова, кер йыуыусы Фирҙәүсә Ибраһимова. Балалар баҡсаһының ғорурлығы, һәр беребеҙ өсөн өлгө булып торған ветерандарыбыҙ сәхнә түренән үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен ет-керҙе.
Шулай уҡ күркәм сараға ауыл хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров, Яңы Мишәр ауылы мәктәбе директоры Зөлфиә Сәхәүетдинова, “Йондоҙ” йәмғиәте директоры Юрис Латыпов, ауыл мәҙәниәт йорто методисы Эльвира Латыпова ла саҡырылғайны.
Күрше филиалдар етәкселәре Резеда Байрамғолова һәм Лида Әбүбәкирова үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен еткер-ҙеләр. Әлеге ваҡытта үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар булмышын, оҫталығын һалып, күңелен биреп эшләгән хеҙмәткәрҙәр Лидия Исмәғилева, Земфира Сәләхова һәм Ләйсән Хафизоваларға “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсаһының рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Умырзая” балалар баҡсаһының ата-әсәләр комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнгән Адис Ғәниев һәм шәхси эшҡыуар Юлиә Ғайсина йылы теләктәрен еткереп, бүләктәр бирҙе.
Тыуған ауылыбыҙҙа гүзәл заттарҙы берләштереүсе ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары, ағинәйҙәр ойошмалары эшләп килә. Уларҙың етәкселәре – Роза Кәримова, Вәсимә Рәшитова, Сажидә Ханова балалар баҡсаһын юбилейы менән ҡотлап, коллективҡа ижади уңыштар теләне.
Сәхнәлә өлкәндәр менән бергә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыу-сылары ла сығыш яһаны. Күңелле йырҙары, дәртле бейеүҙәре, шиғырҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Ә иң бәләкәстәрҙең йыр-бейеүҙәре байрамға тағы ла ҙурыраҡ йәм өҫтәне!
“Умырзая” балалар баҡсаһы мөдире.