Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
19 Март 2018, 16:15

Йонос хәбәрҙәре

Күршеләр өсөн концертЙонос ауылы һәүәҫкәр артистары Тайыш, Әбдрәхим ауылы тамашасыларын ғына түгел, ә ауылдаштарын да сикһеҙ ҡыуандырҙы.

Һәр башҡарыусы маҡтауға лайыҡ. Зифа буйлы йәш килендәр, уҡыусылар, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған Камила Дәүләтова инәйҙең дәртле бейеүҙәре, сәхнәбеҙ һандуғастары Зифа Хамматова, Гөлфайза Дусмөхәмәтоваларҙың дуэты, айырым йырҙары – нур өҫтөнә нур ғына. Улар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан әүҙем тормош менән йәшәй.

Илфат Ниғмәтуллиндың “Сәлимәкәй”ен зал тын да алмай тыңланы. “Ынйыҡай” вокаль-фольклор ансамбле тағы яңы йырҙар һәм халыҡ йолалары әҙерләп күрһәтте. Ҡабатланмаҫ сигеүле сағыу костюмдарҙы улар үҙҙәре теккән. Ул шаянҡайҙар бар халыҡтың күңелен яуланы, бер-ҙәм алҡыштар, “афариндар” оҙаҡ тынмай торҙо. Алып барыусы Раушания Бәҙретдинова һәр номерҙы рухлы шиғыр юлдары менән байытты.


Ғаилә йылын тантаналы астылар

Республикабыҙҙа әлеге йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителгән. Беҙҙең ауылда уны асыу тантанаһы 6 мартта уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы һәм һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында үтте.

Кисәне ҡотлау һүҙҙәре менән ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин асып, бер төркөм өлгөлө ғаиләләргә Почет грамоталары тапшырҙы. Сараны ғәжәйеп һүҙ оҫталары Фәрзиә Әбүбәкирова менән Миләүшә Фәттәхова алып барҙы. Күркәм ғаиләләр хөрмәтенә бик матур концерт номерҙары әҙерләнгәйне.

Күп бала тәрбиәләгән, күркәм йорттар һалып кергән өлгөлө ғаиләләр беҙҙә бихисап. Үҙҙәренең сығыштарында артистарыбыҙ уларға дан йырланы, маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы.

Һәр ғаилә – үҙе бер оло тарих.

Тыуған ауылыбыҙҙа балаларына йорттар һалырға, маллы булырға ярҙам иткән татыу ғаилә парҙары Мәүзиә һәм Хәлил Солтановтар, Нәғимә һәм Данис Шәрәевтар, Сажиҙә һәм Айрат Нафиҡовтар 50 йылдан ашыу бергә йәшәй. Нәсимә һәм Сәмиғулла Лотфуллиндар 6 бала тәрбиәләй.

30 йылдан ашыу тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп атлаған Фирүзә һәм Рифат Абдрахмановтар, Фәүзиә һәм Әсләм Мөхәрәмовтар, Нәфисә һәм Сәлим Шакировтар, Рәфизә һәм Рафит Ғәлләмовтар, Тәнзилә һәм Ризуан Фәттәховтар, Фәүзиә һәм Фларит Хилажевтар кеүек эшсән ғаиләләр – ауылыбыҙ ҡото. Улар араһында ихтирамға лайыҡ йәш ғаиләләр ҙә бар: Алина һәм Ришат, Ольга һәм Ринат Нафиҡовтар; Алия һәм Амур Ғәҙелшиндар; Ләйсән һәм Айгиз Ғәлиуллиндар; Гөлнур һәм Вилнар Хафизовтар.

Йәш, татыу ғаиләләр менән ауыл ҙурайһын, иманлы балалар гөрләшеп мәктәпкә ағылһын, ғаилә йылы ҡотло булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.