Йөҙ хоҡуҡҡа мең гаранттар
Өйлө – көйлө, иртән торһа,
Яңғыҙ?... – Ҡайҙа ҡуна белмәҫ
Йәшәү – эш ул, эш өсөн ял –
Илдә ир – Мәжнүн, ғаилә –
Таң йондоҙҙары балҡыйҙар,
Күрҙем яҡын бүре күҙҙәрен,
Сағылдырыр микән һүҙҙәрем.
Ҡарашында тойҙом күпме хис:
Тәрән һағыш, ғазап, тотҡон үс.
Янды күҙҙәр берсә ут булып,
Берсә һүнде, осҡон юҡ булып.
Алға – артҡа… Ирек – өс аҙым –
Тар ситлектә бүре туланы.
Өҙгөләнеп, ауыр уйҙарҙан,
Ҡабат-ҡабат килеп ураным.
Бөгөн тағы йорттан ҡыуҙың уны –
Үҙ өйөнән, бергә төҙөгән.
Ҡайҙа барыр, кемгә һыйыныр ул
Ғүмеренең һалҡын көҙөндә?
Осор ине лә бит сикһеҙ күккә,
Ҡанатлы ла зарлы ҡош түгел.
Йөҙөр ине йылғыр балыҡ булһа,
Төйәк итеп ерҙең ҙур күлен.
Айнының да аҡылыңа килдең,
Һиҙмәйһеңдер, бикләнгәнен һиңә
Тормош һуҡмағынан атлай торғас,
Сабырлыҡтар һына ҡай ваҡыт.
Ауырлыҡҡа түҙәр микән ти(е)п,
Беҙҙе Хоҙай һынай һәр ваҡыт.
Сабыр ҡанаттарын ҡаға-һуға
Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын.
Тормош һуҡмаҡтарын үткән саҡта
Сабыр ҡанаттары һынмаһын.
Сабыр төбө һары алтын, тиҙәр,
Ҡайғы түгел микән төптәре,
Ҡайғыларға сыҙай, ә шатлыҡҡа
Колхоз бөткәс аптырап та ҡалдым
Нисек тамаҡ туйҙырырбыҙ тип,
Баҡтиһәң, ул, Хоҙай бар икән шул.
Аҙыҡ табыусыларҙы бар итте.
Юҡтан бар итеүсе алтын баштар–
Йәнәш эшләп йөрөгән кешеләр.
Совет заманында ирек бирмәй,
Ундайҙарҙың юлын киҫкәндәр.
Бына хәҙер бөтә иркенлектәр алып,
Беҙҙең халыҡ дәррәү тотондо,
Үҙ халҡының мохтажлығын аңлап,
Туйындырырға тип, ихлас тотондо.
Йәлләмәне көсөн, белемен, ваҡытын,
Баштан-аяҡ оло эшкә сумып,
Еткән 50 йәшен дә ул һиҙмәне.
Бөткән колхозды һин алмаштырҙың,
Халыҡтарың өмөт бағлайҙар.
Родион һәр саҡ иҫән булһын ти(е)п,
Һиңә оло бәхет, һаулыҡ юрайҙар.