Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Март 2018, 18:15

Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт

Рауфан Ғәлимов һәр эште еренә еткереп, иғтибар менән башҡара. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, бар күңелен биреп эшләргә күнеккән, үҙ эшен яратҡан ир уҙаманы ул.

Бер көн иртән тороуға өйҙөң һалҡынса булыуын тойҙом. Баҡтиһәң, газ ҡаҙаны һүнеп торған икән. Йәһәт кенә газ хеҙмәтенә шылтыраттым. Һанаулы минуттарҙа газ слесары Рауфан Ғәлимов килеп тә етте. Ул оҙаҡ мәшәҡәтләнде, шулай ҙа барыһын да яйға һалды. Газ ҡаҙаны эшләп китте, өйгә йылы таралды, донъям йәмләнде. Оҫтаның тырышлығы мине һоҡландырҙы.

Заманында Рауфан ауыл хужалығы институтын тамамлап, тыуған ауылы Яуышҡа дипломлы зоотехник һөнәрен алып ҡайтҡайны. БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозда ул 24 йыл уңышлы эшләне.

Ул ваҡыттағы малдарҙың күплеген, малсыларыбыҙ, һауынсыларыбыҙҙың ит-һөт пландарын арттырып үтәүҙәге тырышлыҡтарын һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Ә бына шул халыҡты эшләтеү өсөн зоотехниктың кешеләр менән уртаҡ тел, һалҡын көндә йөрәк иретерлек йылы һүҙ таба белеүе үҙе бер мөғжизә. Шул уҡ ваҡытта ул талапсан да булды. Уның үтенесе менән мәҙәниәт хеҙмәткәр-ҙәре колхозсыларға “Боевой листок”, “Молния”лар әҙерләп элә, концерттар менән сығыш яһай торғайны.

Рауфан Ҡазихан улының эшен, малсылыҡта эшләгән кешеләрҙе ҡайғыртыуы, уларҙы хөрмәт итеүе күренеп тора ине. Шуға күрә коллегалары ла уның ҡәҙерен белде, ихтирам итте.

Колхозыбыҙ тарҡалғандан һуң Рауфан Ғәлимовҡа мәҙәниәт йортона директор булырға тәҡдим иттеләр һәм яңылышманылар. Эш башлау менән матур итеп клуб тирәһен кәртәләтеп ҡуйҙы. Ул эшләгән дәүерҙә Иҫке Мишәр һәм Яуыш ауылы гармунсылары һәм ҡумыҙсылары конкурсы ойошторолдо. Ул саҡтағы гармун көйҙәренә өҙҙөрә баҫып парлашып бейеүҙәр хәҙер, төштәге кеүек, һағынып иҫкә алып һөйләргә генә ҡалды. Ул үҙе лә һыҙҙырып гармунда уйнай, бейей ине. Бына шулай эштә биш йыл ғүмеренең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Тағы ла ике йыл ситтә эшләп алды. Ә 2012 йылда уға газ хеҙмәтенә слесарь-сантехник йәғни газовик булырға тәҡдим иткәс, ул артыҡ күп уйлап тормай ризалашты. Хәлдән килмәй торған эш түгелдер тип, төптән егелеп эшләп алып китте. Булмышы менән шундай яуаплы, тырыш кеше ул, бәләкәйҙән ныҡышмал. Ул Фәймә һәм Ҡазихан Ғәлимовтарҙың ишле ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе уны эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Шуға күрә ул эшендә, коллективында ла күптән үҙ кеше.

Ҡатыны – Салауат районы һылыуҡайы Мәр-йәм менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Үҙгәртеп ҡороу елдәре Мәрйәмгә лә ҡағылмай үтмәне. Ул, бухгалтер һөнәрен ҡалдырып, китапхана техникумын тамамлап, мәҙәниәт өлкәһенә күсте. Бына инде 10 йыл китапханасы булып уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Венера Оло Аҡа мәктәбендә инглиз телен уҡыта, ә улдары Айҙар Дыуан ауыл хужалығы техникумында автомеханикка уҡый.

Балаларым, тип йән атып, уларҙың уңышына ҡыуанып, хеҙмәтенән йәм табып, етеш тормошта матур ғаилә булып йәшәй Ғәлимовтар.


Сәкинә ХАКОВА, хеҙмәт ветераны,

Иҫке Мишәр ауылы.