Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
12 Март 2018, 18:14

Беҙҙең ҡәҙерле өләсәйебеҙ

Был хатымда мин намыҫлы һәм яуаплы кеше, көслө характерлы шәхес булараҡ һөйөклө өләсәйем Орҡоя Харис ҡыҙы Баймөхәмәтоваға үҙемдең сикһеҙ һөйөүемде, ихтирамымды белдерергә теләйем.

Өләсәйем Ҡорғат ауылында тыуған. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, ауыл советы уны артабан уҡырға ебәрмәй, ә эшкә ҡалырға күндерә, сөнки был ваҡытта һуғыш башланған була һәм эшсе ҡулдар етешмәй. Хеҙмәт юлын Теләш ауылы сельпоһында һатыу-сы булып башлай. Ял көндәрендә фермаға эшкә сыға – һыйыр һауа. Һуғыш йылдары тураһында һөйләргә яратмай: “Барыһына ла ауыр булды инде…”, – тип кенә ҡуя.

1947 йылда яҙмышын Мулланур Баймөхәмәтов менән бәйләй. Улар бер йылдан һуң ғаилә башлығының тыуған ауылы Ишәлегә күсә. Тәүге балалары тыуғас та Орҡоя Харис ҡыҙы эшкә сыға. Тиҙҙән уны Балаҡатай районына эшкә күсерәләр, аҙаҡтан кире Теләшкә. Бына шулай ул арыу-талыу-ҙы белмәй 32 йыл хеҙмәт итә.

Әгәр ҙә кемдер диплом- ға уҡып эйә булһа, беҙҙең өләсәйебеҙ уны практикала эшләп ала. Ул бик күп грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, исеме райондың Почет таҡтаһына индерелә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш уға һынауҙар әҙерләгән: атаһын, ирен иртә юғалта, хужалығы бер нисә тапҡыр янып китә. Ләкин иң оло юғалтыуҙар булып ғәзиз балаларының вафат булыуы тора, сөнки ете сабыйының бөгөн икәүһе генә иҫән. Быларҙың барыһы ла уның көслө рухын һындырмай. Ул бына инде туғыҙ йыл күреү һәләтен тулыһынса юғалтып йәшәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә эштәрҙе лә үҙе баш- ҡарырға тырыша.

Яңыраҡ өләсәйебеҙгә 91 йәш тулды. Бөгөн ул үҙ өйөндә улы менән йәшәй. Уның өс ейәне, дүрт ейәнсәре һәм дүрт бүләсәре бар. Беҙ өләсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ. Уның изге, яғымлы тауышы, ҡыҙыҡлы ваҡиғалары, аҡыллы кә-ңәштәре беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле.

Эльвира ҒӘЛЛӘМОВА.