Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Март 2018, 16:16

Туғанлыҡ ҡәҙере

Уйлап ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бик күп китаптар яҙылған. Һуғыш ваҡытында, хәҙерге тормошобоҙҙа ауыр мәлдәрҙә һынмаған әсәләр, тол ҡатындар, эшсән ҡыҙҙарға шағирҙар, яҙыусылар дан йырлай. Шундай дан-хөрмәткә лайыҡ ҡатындарҙың береһе беҙҙең эргәлә йәшәй.

Күршем Зөһрә Ҡунаҡбаеваның тарихы – саялыҡ, сыҙамлылыҡ, тәүәккәллек миҫалы.

1995 йыл. Чечняла буталыштар башланған мәл. Июндә халыҡ табибы, герой-әсә Йәүһәрә Ҡунаҡбаеваның кинйә улы Шакирйән хәрби хеҙмәткә алына. Әсәһе улынан 2-3 хат ҡына алып өлгөрә. Баш-ҡа әсәләр кеүек ул да көнө-төнө улының һуғышҡа эләкмәүен теләп ялбара. Шулай билдәһеҙлектә биш ай үтеп китә. Улының сығып китеүенә ярты йыл үткәс, госпиталдән хат килә. Баш табип: “Мөмкин булһа, һалдатты килеп алығыҙ, өс иптәшен шулай әсәләре алып ҡайтты”, – тип яҙған.

Эш хаҡы ваҡытында түләнмәгән ауыр осор. Ғаиләләге баш бала булған Зөһрә ғаиләһен, эшен ҡалдырып, әле тыныслыҡ урынлашып та бөтмәгән алыҫ ергә ғәзиз туған-ҡайы янына юллана. Бөтә туғандары ярҙамға килә, әсә һыйырын һата. Уның юлы Мәсәғүт – Кропачево – Владикавказ маршруты буйынса ята. Декабрь булыуына ҡарамаҫтан, Төньяҡ Осетияла октябрҙәге кеүек бысраҡ, көндәр болотло. Урам тулы хәрбиҙәр, сик буйында бронетранспортерҙар тора, атыу тауыштары ишетелә. Саперҙар юл буйҙарын миналарҙан таҙарта. Йорттар емерелгән, тыныс тормошта йәшәгән халыҡ күренмәй. Күпер аша Ингушетия башлана. Шакирйән хеҙмәт иткән часты Осетия яғында ла, Ингушетия ерендә лә белмәйҙәр. Зөһрә кире Владикавказға килә һәм госпиталде белеүселәр юлды өйрәтеп ебәрә. Хеҙмәткә алын-ғансы ҡаҡса кәүҙәле булған, әле шешенеп ҡабарынған, бите-ҡулы, тәне бинт менән уралған ҡустыһын танымай тора. Уныһы бышылдап ҡына:

- Армия килеште, нисек һимерҙем, – тип шаяртырға тырыша.

Баҡтиһәң, эш былай була. Биш ай элек уларҙы ике-өс аҙнаға Чечняға килтерәләр. Һалдаттар урынлашҡан хәрби часть бинаһын бомбаға тоталар. Казарма емерелгәс, һалдаттар палаткаларҙа йәшәргә мәжбүр була. Бер иртә таңда, егеттәр әле йоҡлаған мәлдә, палаткаларға үрт һалалар. Төтөнгә сәсәп өлгөрмәгәндәре палатканы бысаҡ менән ярып сыға, өҫтәренә ут ҡаба. Шакирйәндең сәсе яна, тын юлдары, тәне ныҡ зыянлана. Аяҡтары ла көсһөҙләнә.

Дауалаусы табип артабан нимәләр ҡабул итергә кәрәклеген әйтеп, справка яҙып бирә. Һалдаттың документтарын, хәрби билетын эҙләү һөҙөмтәһеҙ була. Ярай әле Зөһрә энеһе өсөн граждан кейеме алып килгән. Күп постар үтеп, ике тәүлек үтеүгә әсә ҡосағына ҡайтып төшәләр. Ләкин һалдат документтарһыҙ ҡайтҡас, уны дезертирлыҡта ғәйепләүҙәре ихтимал. Зөһрә тағы юлға сыға. Ул Өфөлә һалдат әсәләре комитетында, Белорет, Силәбе хәрби комиссариаттарында була. Шакирйән Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында дауалана. Йыл үтеүгә үҙебеҙҙең хәрби комиссариатҡа Шакирйән Ҡунаҡбаевтың документтары килә. Барыһының да күңеле тыныслана.

Тик утта яныу эҙемтәһеҙ үтмәй. Шулай ҙа егет бирешмәҫкә тырыша. Һатҡы ҡалаһында иретеп йәбештереүсе булып эш башлай. Ҡыйыу апаһына уның рәхмәте сик-һеҙ, әгәр ул барып алмаған булһа, ни булыр ине икән – уйлауы ла ҡурҡыныс…

Ғаиләлә тәүге бала булғас, атаһы Зөһрәне үҙе менән алып йөрөп эшкә өйрәтә. Эшкә әрһеҙ 15 йәшлек кенә ҡыҙ Иваново ҡалаһындағы фабрикаға эшкә урынлаша. Һөнәре буйынса ла, аттестат алыр өсөн дә киске мәктәптә уҡый. Өс йыл эшләгәс, һағыныуына түҙә алмай ауылына ҡайта. Шунан туғандары менән китеп, Иркутскиҙағы тимер юлында ике йыл хеҙмәт итә. Артабан 20 йәшендә Бөрө сауҙа техникумына уҡырға инә. Һатыусы булып ауылда эшләй, ғаилә ҡора. Райпо тар-ҡалғас мәктәп ашханаһында, шунан Әбдрәхимдәге билмән цехында, һатыусы туғандары урынына эшләп ала.

Герой әсәһе кеүек уңған ҡатын бөгөн бик матур йәшәй. Уның өйөндә үтә ныҡ таҙа, ул бөхтәлек ярата. Баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә, ҡыш-ҡылыҡҡа тултырып әҙерләмәләр яһай. Матур-матур сәскәләр үҫтерә. Аяттар уҡый. Мәсеттәге күмәк сараларҙа ярҙам итә. Зөһрә Ҡунаҡбаева үҙен һәр ваҡыт формала тота. Урамға һыуға сыҡҡанда ла ул кәйефте күтәрерлек зауыҡлы кейемдә була. Күп уҡый, әҙәби, дини, фәлсәфәүи әҫәр-ҙәр күңеленә яҡын. Уның һәр кемгә әйтер һүҙе бар. Ике ҡыҙы, улына, һигеҙ ейән-ейәнсәренә кәңәшсе, рухтарын күтәреүсе, серҙәш әсәй һәм өләсәй.

Бөгөн Зөһрә Ғарифйән ҡыҙы балалар хәстәре менән мәж килә. Бәләкәстәр өсөн өләсәй бешергәне иң тәмлеһе, сөнки ул аш-һыу оҫтаһы. Өләсәйҙең арҡанан тупылдатып һөйөүҙәре иң рәхәте. Барыһына ла етә уның күңел йылыһы. Сәләмәтлек, ҡояшлы ғүмер теләй уға һәр балаһы.

Һүрәттә:Зөһрә Ҡунаҡбаева ҡыҙҙары менән йәш сағында.

Фото ғаилә архивынан.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.