Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
7 Март 2018, 16:19

“Өләсәйемдән отоп алдым”

2 мартта Һөләймән ауылында ошондай исем аҫтында фольклор байрамы үтте. Был кисә мөнәжәттәр йырлауға һәм боронғо йолаларға арналды.


Фольклор байрамында ҡатнашыусылар.


Кисәне Һөләймән ауылының "Ағинәйҙәр"е етәксеһе һәм ошо байрамды ойоштороусы Фәйрүзә Дусмөхәмәтова башлап ебәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотланы. Ағинәйҙәр Фәнүзә Дусмөхәмәтова, Рәйлә Сафина һәм Хәлисә Низамова мөнәжәттәр әйтте. Фәнүзә апай ҡул тирмәнендә бойҙай тартып, бала саҡтарын, һуғыш йылдарын иҫкә алып һөйләне, үҙенең шиғырын уҡып ишеттерҙе. Һүҙҙе артабан Балаҡатай районы Билән ауылынан килгән ҡунаҡтар алды, улар шулай уҡ фәһемле мөнәжәттәр йырланы. Әбдрәхим ауылы ағинәйҙәре буҙа эшләү серҙәре менән таныштырҙы, ошо файҙалы эсемлек менән ҡунаҡтарҙы һыйланы. Яуыш ауылынан килгән ҡатындар күҙгә сыҡҡан арпаны дауалау йолаһын бик ҡыҙыҡ итеп күрһәтте. Яуыш ауыл клубының “Үрнәк” коллективын “Биҙәү-ғәмәли сәнғәте ха-лыҡ коллективы” исеме алыуы менән ҡотланылар. Байрамға иҫкемишәрҙәр ҙә килгәйне. Улар борондан килгән ыуыҙ күмәсе йолаһын күрһәтте. Ыуыҙ һөтөнән тәмле ризыҡтар бешереп алып килгәйнеләр. Тайыш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары "Тула баҫыу" йолаһын тәҡдим итте. Ләмәҙтамаҡтар һарыҡ йөнөнән бәйләнгән йылы ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәрҙең ниндәй юлдар аша килеп сығыуы тураһында һөйләне. Улар шулай уҡ йөн тетте, иләне, уны сиратып, тубыҡҡа һалып күрһәтте, боронғо “Кәҙигәт” бейеүен бейеп, тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Нәзирә Әхкәмова халыҡ йолаларын тергеҙергә ярҙам иткән сараны ойоштороусыларға ҡарата маҡтау һүҙҙәре әйтте.


Илгизә ЛОҠМАНОВА.