Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
22 Февраль 2018, 16:18

Иң әүҙемдәр – мәктәп активында

Беҙҙең район уҡыусылары “Зарянка” балаларҙы сәләмәтләндереү үҙәгендә ойошторолған Актив идара итеү мәктәбендә ҡатнашты. унда Борай, Әлшәй, Мәсетле, Балтас, Хәйбулла һәм Күгәрсен райондары, шулай уҡ Нефтекама, Салауат, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары активтары йыйылғайны.


Мәсетле районы исеменән ете бала: Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусылары Ренат Сафин, Никита Михайлов, Яна Лешкова, Юлиә Собхан-ҡолова, Нурсилә Хафизова, Башҡорт гимназияһынан Зөлфиә Хафизова, Түбәнге Бобин мәктәбенән Айгөл Хисаметдинова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң ойоштороусы педагогы, Рәсәй уҡыу-сылары хәрәкәте кураторы (артабан – РДШ) Айһылыу Ғәлләмова ҡатнашлығындағы делегация сығыш яһаны.

Барып етеү менән, командалар төҙөлөп, балалар корпустарға урынлашҡандан һуң, уларҙы “Минең командам” уйыны көтә ине. уйын барышында улар бер-береһе менән танышты, ҡыҙыҡһыныуҙары менән уртаҡлашты, шулай уҡ бергәләп команда исемен, девизын һәм маҡсатын уйлап тапты.

Артабан ҡатнашыусылар-ҙы “Башҡортостан пионер-ҙары” төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Антонова менән осрашыу көтә ине, ул пионерҙарҙың балалар хәрәкәтен үҫтереүҙә ниндәй роль уйнауын күрһәтте, шулай уҡ ҡатнашыусыларға РДШ-тың дүрт йүнәлешенең береһен һайларға ярҙам итте. Ошонан һуң “Мәғлүмәт хә-үефһеҙлеге” мауыҡтырғыс квесты уҙғарылды. Уның ярҙамында беҙ файҙалы сайттарҙы файҙаһыҙҙарынан һәм хатта хәүефлеләренән айырырға өйрәндек. Һуңыраҡ балаларҙы заманса киң мәғлүмәт сараларын файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәресе көтә ине. Шунан һуң Старт-Ин ойошторолдо.

Икенсе көнөнә, “Сотворение Мира” технологик уйынынан һуң, һәр бер ҡатнашыусыға үҙен инструктор ролендә һынап ҡарау һәм теләһә ҡайһы темаға оҫталыҡ дәресе үткәреү мөмкинлеге бирелде. Ошо уҡ көндө РДШ-тың Хәүефһеҙлек мәктәбе бик ҡыҙыҡлы квест уҙғарҙы, унда ҡатнашыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында бик тә ҡиммәтле белемдәр алды. Ошо уҡ көндө художестволы номерҙар кисәһе уҙғарылды.

Өсөнсө көн бик бай йөкмәткеле ине, сөнки РДШ йүнәлештәре буйынса “Проект идеялары эстафетаһы” ойошторолғайны. Кисәгә художес-тволы рефлексия әҙерләргә кәрәк ине. Ә кисен рәхмәттәр һәм икенсе ағымдың билдәләү сессияһын ябыу тантанаһы булды, унда барлыҡ балаларға, шулай уҡ делегациялар етәкселәренә Балалар актив идара итеү мәктәбен уңышлы үтеү тураһында сертификаттар тапшырылды.

Ундай сарала булыу мөмкинлеген беҙгә Мәсетле районының мәғариф бүлеге менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто бирҙе. Транспорт менән Әләгәҙ мәктәбе тәьмин итте.

Юлиә СОБХАНҠОЛОВА,

“Берҙәмлек” клубы.