Сарала ауылдарҙың фольк-лор коллективтары һәм хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙары (ағинәйҙәр) – барлығы 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Сәхнәлә онотолоп бөткән халыҡ уйындары күрһәтелде. Ләмәҙтамаҡтар “Шылтыр” уйынын күрһәтте, “Биш таш” уйыны ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, һабанаҡтар “Дүрт мөйөш”тө тәҡдим итте. Тайыштар “Күсәкә һуғыу”, әбдрәхимдәр “Станокка баҫ” һәм “Косилка-молотилка”, һөләймәндәр “Энә менән еп” һәм “Йөҙөк һалыу”, шулай уҡ “Станокка баҫ” уйындарын, йоностар “Ҡулъяулыҡ”, яуыштар “Өсмөйөш” уйынын килтергәйне. Коллективтар байрамға яҡшы әҙерләнгән, уларҙың һәр береһенең сығышы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Көй-моңдарға, йыр-бейеүҙәргә бай байрам күңелле, ҡыҙыҡлы үтте.
Бынан тыш, сараға ҡарата һәр төрлө боронғо уйынсыҡтарҙан күргәҙмә ойошторол-ғайны, уларҙың ҡайһы бер- ҙәренә 40 йылдан ашыу.
Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һәм фольклорын тергеҙеү, үҫтереү, һаҡлап ҡалыу буйынса оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәндәре һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа, халыҡта рухи-әхлаҡи нигеҙҙәр-ҙе формалаштырыуҙа әүҙем эшләгәндәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Әхирәттәр” фольклор клубы ағзалары Флүрә Кәлимуллина, Нурания Ғилметдинова, Сәкинә Сәләхова, Рәүзәнә Йосопова, Динара Хәйбуллина һәм Илгизә Лоҡманова байрамдың хөрмәтле ҡунаҡтары – район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова менән Мәсетле районы баш-ҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Закирйән Ғатауллин ҡулынан рәхмәт хаттары алды.