Камилла Ғайсина уҡытыусыһы Ирина Ҡәнипова менән.
Камилла биология буйынса республика олимпиадаһы призеры булды (уҡытыусыһы Ирина Ҡәнипова). Уҡыусы сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Олимпиаданың төбәк этабы ике турҙа үтте: теория һәм практика. Теоретик тур һорауҙарына яуап бирер өсөн мәктәп программаһындағыға ҡарағанда шаҡтай тәрәнерәк һәм киңерәк белемдәр кәрәк. Ләкин Ирина Мәжит ҡыҙының олимпиадаға ентекле әҙерләүе арҡаһында һөҙөмтәләр насар булманы. Икенсе, практик, тур миңә тәүгеһенә ҡарағанда мауыҡтырғысыраҡ булып күренде. Үҫемлектәрҙе классификацияларға, хайуанды тасуирларға, органоид күҙәнәктәрен, кеше күҙәнәктәрен һәм һөйәктәрен билдәләргә кәрәк ине. Беҙҙең лицейҙа гербарийҙар, препараттар коллекцияһы ярайһы уҡ бай, уларҙы өйрәнеүгә беҙ Ирина Мәжит ҡыҙы менән ҙур иғтибар бүлдек, был миңә практик заданиеларҙы бик яҡшы үтәргә ярҙам итте. Республика олимпиадаһында мин беренсе тапҡыр ҡатнаштым, һәм үҙем өсөн бары тик ныҡышмалы хеҙмәт менән генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп була, тигән һығымта яһаным.
Олимпиаданың ойошторолошонан һәм уның йөкмәткеһенән Ирина Ҡәнипова ла ҡәнәғәт:
– Олимпиада юғары кимәлдә ойошторолғайны. Уҡытыусылар өсөн семинар үтте, унда көнүҙәк булып торған “Үҫемлектәрҙе клонлаштырыу”, “Биологияла проектлау эшмәкәрлегенә заманса ҡараш” темалары тикшерелде. Беҙ, уҡытыусылар, артабан-ғы эш өсөн байтаҡ ҡыҙыҡлы һәм белемде арттырыусы мәғлүмәт алдыҡ тип иҫәпләйем.
Уҡыусыларыбыҙҙың уңышы беҙҙе илһамландыра. Уларҙың шундай еңеүҙәре тағы ла күберәк булһын.
Оло Ыҡтамаҡ лицейы директоры урынбаҫары.