Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
5 Февраль 2018, 16:31

Парлы ғүмерҙәр

Октябрьск ауыл клубының мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Земфира Иштуғанованың хаты сапфир туйҙарын билдәләүсе пар тураһында.


Хәлиҙә һәм Нияз Сибәғәтуллиндар алыҫ 1972 йылда Яңы йыл көнөндә өйләнешә. Ул ваҡыттан инде 45 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Шул ваҡыт эсендә ир менән ҡатын бер-береһен ҡәҙерләргә, бәхет-шатлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе бергә кисерергә өйрәнә.

Нияз Мулланур улы мәктәпте тамамлағандан һуң 1971 йылда Яраҫтау училищеһына уҡырға инә. Тракторсы-комбайнсы һөнәренә эйә була, Мәсетле тәжрибә-производство хужалығына эшкә урынлаша. Йәш белгес техника менән оҫта идара итә, эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡара. Районда механизаторҙар араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып беренсе урындар яулай. Аҙаҡтан Мәсәғүт МТС-ында эшләй. Бында ла ул алдынғылар рәтендә була.

Хәлиҙә Шакирйән ҡыҙы мәктәпте тамамлау менән балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эш башлай. Клуб мөдире була, ә 1973 йылда уға китапханасы вазифаһын тәҡдим итәләр һәм шул урында ул 41 йыл эшләй. Үҙ бурысына яуаплы ҡарай, мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, шуға ла ауылдаштары уны хөрмәт итә һәм ярата.

Хәлиҙә һәм Нияз Сибәғәтуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, бөгөн ейән-ейәнсәр-ҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр. Бер бөтөн булып матур ғүмер иткән был татыу пар ауылыбыҙға йәм өҫтәй, уның ҡотон арттыра.



Әләгәҙ ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Наталья Ярмушева үҙенең хатында ғаилә тормошо юбилейын билдәләүсе ике пар – Әйүповтар һәм Хәтмуллиндар тураһында һөйләне.

Сания һәм Миҙхәт Әйүповтар – Айып ауылынан сыҡҡан кешеләр. 1958 йылдың өсөнсө ғинуарында улар яҙмыштарын бәйләгән. “Мәсәғүт” совхозында хеҙмәт юлдарын бергә башлағандар. Миҙхәт Ләбип улы слесарь, механик, эшселәр комитеты рәйесе һәм ауыл Советы рәйесе булып эшләгән. Уның етәкселегендә Әләгәҙ ауыл Советы халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуға ирешкән. Был биләмәлә урын- лашҡан “Мәсәғүт” совхозы РСФСР министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән наградланған. Ул республиканың иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып китеүендә Миҙхәт Әйүповтың да өлөшө бар.

Ҡатыны Сания Мөнир ҡыҙы 1963 йылдан 1992-гә тиклем Әләгәҙ дауаханаһында кастелянша була. Ғүмерен ул балалар тәрбиәләүгә һәм өйҙә йәм булдырыуға арнай.

Әйүповтар бына 60 йыл инде ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғүмер кисерә. Бик яҡшы ике ул үҫтергәндәр. Олоһо Ринат – “Курганнефтепродукты” берекмәһенең баш инженеры, Ришат Сорғот ҡалаһындағы автопредприятиела әйҙәүсе инженер булып эшләй. Улар – ике ейән һәм өс бүләгә өләсәй һәм олатай.

Йәштәренең байтаҡ булыуына ҡарамаҫтан, ир менән ҡатын әүҙемдәр, һәр төрлө сараларҙа ҡатнашалар, йома һайын мәсеткә йөрөйҙәр.

* * *

Фәрбиҙә һәм Мәүләүи Хәтмуллиндар ҙа шундай уҡ әүҙемлек һәм тормошто яратыуҙары менән айырылып тора. 50 йылдан ашыу элек Шишмә районынан йәш кенә Фәрбиҙәне бүленеш буйынса эшкә “Мәсәғүт” совхозына ебәрәләр. Ошонда ул үҙенең буласаҡ ирен Мәүләүиҙе осрата. 1967 йылда улар никахтарын теркәй.

Мәүләүи Ғәли улы хеҙмәт эшмәкәрлеген “Мәсәғүт” совхозының төҙөлөш бүлегенең пилорамаһында башлай. Хужалыҡ тракторсыға уҡытырға Яраҫтауға ебәрә. Тракторсы булып ул пенсияға сыҡҡансы эшләй. Дөйөм стажы – 43 йыл. Тырыш хеҙмәте өсөн ул “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән исемгә лайыҡ була, “Мәсәғүт” совхозы дирекцияһы, парткомы, профкомы һәм комсомол комитеттарының маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Фәрбиҙә Сәғит ҡыҙы мәктәптә, икмәкханала эшләгән. Шулай ҙа ул балалар тәрбиәләүҙе һәм иренә ышаныслы терәк булыуҙы төп эше тип иҫәпләй.

Хәтмуллиндар балаларын лайыҡлы кешеләр итеп хеҙмәттә тәрбиәләгән. Марсель – нефть институтын тамамлаған, “Евразия” быраулау компанияһы йәмғиәтенең Көнбайыш-Себер филиалы етәксеһе. Тыуған ауылын үҫтереү өсөн бер нисә тапҡыр бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән. Марс вахта ысулы менән эшләй. Мәүләүи Ғәли улы менән Фәрбиҙә Сәғит ҡыҙы – өс ейәнгә олатай-өләсәй. Оло йәштәге ир менән ҡатын баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә.

Ғүмер буйы бер кеше менән йәшәү – ул, тимәк, берең өсөн берең тормош иптәше генә түгел, ә дуҫың да, кәңәшсең дә, остазың да булыу. Әйүповтар һәм Хәтмуллиндар быны күптән аңлаған, һәм ғаилә ҡотоноң ҡәҙерен, ғаилә усағы дөрләһен өсөн күпме тырышлыҡ һалырға кәрәклеген белә.