Бөтә яңылыҡтар
ХАТТАРҘАН
25 Ғинуар 2018, 17:35

Йөрәк һүҙе

Яҡташыбыҙ Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянованың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ижад кисәһе Йонос мәҙәниәт йортонда үтте һәм оло, яҡты байрамға әүерелде. Тышта тәүге һалҡын, ә күңелдәрҙә, әйтерһең, май ҡояшы балҡыны. Әҙибәнең һәр әҫәрен яраталар, көтөп алып уҡып баралар, ғорурланалар икәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Мәлен файҙаланып, ҡотлар-ға теләүселәр рәхмәттәр, ихлас теләктәр яуҙырҙы уға. Кисәне китапханасы Нәсимә Лотфуллина дәртле итеп, күтәренке рухта алып барҙы. Уның шул кәйефе залдағыларға күсеп, берҙәм алҡыштар,”Афарин” тигән ауаздарға күмелде. Тәүге ҡотлау һүҙҙәрен ҡунаҡтарыбыҙ – район Хакимиәте вәкиле Илнур Вәлиев, үҙәк китапхана директоры Светлана Ғәлимова, ауыл биләмәһе башлығы Рәүф Ниғмәтуллин әйтеп, бүләктәр тапшырҙы. Шағирәбеҙ Гөлсирә Шафиҡова юбилярға арнап шиғыр ижад иткән, ветеран-уҡытыусы Әлифә Ҡәнәфиева ла Клара Хисмәтуллинаның “Тәскирәгә” шиғырын уҡыны. Йонос урта мәктәбе уҡытыусылары, ветеран-уҡытыусылар, яҙыусының балалары, туғандары, күршеләре, дуҫтары, төркөм-төркөм булып, сәхнә тултырып менә торҙо. Ҡотлау һүҙҙәренә рәхмәттәр, йылы иҫтәлектәр ҡушылды:

- Тәскирә апай шундай ипле, баҫалҡы, һәр саҡ бай мәғлүмәтле, күп уҡыған ханым. Уның менән һөйләшеүе рәхәт, күңелгә ял һәм тыныслыҡ бирә...

- Ул ябай ауыл ҡатыны, ихлас – уның бөйөклөгө шунда.

- Гүзәл әсәнең өс балаһы ла башҡорт рухлы, милләтебеҙгә намыҫ менән хеҙмәт итеүселәр.

- Әҙибәнең телевидение, радио тапшырыуҙарынан яңғыраған әҫәрҙәре һәр йөрәккә юл таба.

- Балалар, үҫмерҙәр, ололар өсөн дә әҫәрҙәре берҙәй уңышлы.

- Тәскирә Байрам ҡыҙы хәҙерге йәмғиәттәге эшһеҙлек, наркомания, алкоголизм проб-лемаларын күтәрә, уҡыусыға килеп тыуған хәлдән ҡотолоу юлдарын күрһәтә.

- Бәхетле ғаилә тормошон данлай, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап йәшәргә саҡыра.

Музыка уҡытыусыһы Ринат Лотфуллин, район мәҙәниәт йорто артисы Айнур Сафин, мәшһүр йырсыларыбыҙ Илфат Ниғмәтуллин, Энгельс Ғәлиәкбәров ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып музыкаль бүләк тап- шырҙы.

Мәктәп балалары ла яҙыу-сының “Үгәй ҡыҙ” әкиәтенән өҙөктө оҫта башҡарып ҡыуандырҙы.

Кисә һуңында Тәскирә Байрам ҡыҙы, Һөләймәндән килгән оло йәштәге Хәлисә апаһы кисәгә килеүселәргә рәхмәттәрен белдерҙе.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,

Йонос ауылы.